Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
1 Октябрь 2023, 16:10

Мәктәп йәрминкәһе гөрләп үтте

Дим урта мәктәбендә "Башкортостан тәғәмдәре" хәйриәлек йәрминкәһе ойошторолдо. 

Мәктәп йәрминкәһе гөрләп үттеМәктәп йәрминкәһе гөрләп үтте
Мәктәп йәрминкәһе гөрләп үтте

Өҫтәлдәрҙә нимә генә юҡ ине. Кемдер тәмлекәстәр бешереп алып килһә, икенселәр үҙҙәренең ҡул эштәрен тәҡдим итте. Мәктәп уҡыусылары ҡабарып бешкән бауырһаҡ, пицца, торт, пирожныйҙар, татлы бәлеш һ.б. әҙерләгән. Бер-ике сәғәткә уҡыусылар үҙҙәрен ысын сауҙагәр итеп тойҙо. Һәр кем үҙ тауарын һатырға, табыш алырға тырышты. Һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа күп ине. Мәрхәмәтлек йәрминкәһе ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға афарин тиергә генә ҡала.

https://vk.com/public201675390

Мәктәп йәрминкәһе гөрләп үтте
Мәктәп йәрминкәһе гөрләп үтте
Мәктәп йәрминкәһе гөрләп үтте
Мәктәп йәрминкәһе гөрләп үтте
Автор:
Читайте нас