Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
3 Октябрь 2023, 08:30

Иртәгә иғтибарлы булығыҙ!

Район халҡынан сирена тауышынан һуң тәртип һәм тыныслыҡ һаҡлауҙарын, әлеге сараны аңлап ҡабул итеүҙәрен һорайҙар.

Иртәгә иғтибарлы булығыҙ!Иртәгә иғтибарлы булығыҙ!
Иртәгә иғтибарлы булығыҙ!

4 октябҙә урындағы ваҡыт менән 10.00-11.00 сәғәткә ҡәҙәр халыҡҡа үҙәкләштерелгән хәбәр итеүҙең төбәк автоматлаштырылған системаһының әҙерлеге торошон комплекслы тикшереү уҙасаҡ.
Ғәҙәттән тыш хәл булған осраҡта "Бөтә кешегә лә иғтибар!с сигналы 3 минутҡа ҡәҙәр электр сиреналары, көслө тауыштар һәм сәнәғәт предприятиеләрарының гудоктары, унан һуң телевизион һәм радиотапшырыуҙар аша биреләчәк.

Был ваҡытта телевизорҙан ғәҙәти тапшырыуҙар урынына хәбәр итеү системаһының әҙерлеген тикшереү тураһында мәғлүмәт менән заставка күрһәтәсәктәр.

Республика халҡынан һәм ҡунаҡтарҙан сирена тауышынан һуң тәртип һәм тыныслыҡ һаҡлауҙарын, әлеге сараны аңлап ҡабул итеүҙәрен һорайҙар.

Башинформ. 

 
Иртәгә иғтибарлы булығыҙ!
Иртәгә иғтибарлы булығыҙ!
Автор:
Читайте нас