Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
4 Октябрь 2023, 04:49

Шифалы ҡатнашма

Был ҡатнашманы ҡулланғанда тотош организмығыҙҙың йәәшәреүен, яңырыуын, энергия артыуын һиҙерһегеҙ.

Шифалы ҡатнашмаШифалы ҡатнашма
Шифалы ҡатнашма

Был шифалы ҡатнашма бөтә органдарҙың эшмәкәрлеген, иммун системаһын яҡшырта, бауырҙы, бөйөрҙө, һулыш алыу системаһын, аш һеңдереү трактын, патоген микрофлораны таҙарта, хәтерҙе һәм мейе эшмәкәрлеге әүһемлеген яҡшырта, йөрәк өйәгәнеген, инсульт, инфарктты иҫкәртә, операция үткәргән организмға һауығыуға булышлыҡ итә, шулай уҡ яман шеште дауалауҙа иң яҡшы тәбиғи сара.
✅Ҡатнашмала организм өсөн кәрәк булған бөтә витаминдар, минералдар, әүҙем биологик матдәләр, аҡһым, углевод һәм үҫемлек майҙары бар. Шуға ла уны ҡулланғанда тотош организмығыҙҙың йәәшәреүен, яңырыуын, энергия артыуын һиҙерһегеҙ.
✅Шифалы ҡатнашманы әҙерләү өсөн:
🍋7 лимон
🧄7 теш һарымһаҡ
🍯500 мл бал,
🌾250 г шыттырылған бойҙай,
▪️300 г таҙартылған әстрахан сәтләүеге кәрәк.
✅Шыттырылған бойҙайҙы блендерҙа ваҡлап, сәтләүек, һарымһаҡ һәм тышы менән 3 лимон өҫтәргә. Ҡалған 4 лимондың һутын һығып, ҡатнашмаға өҫтәйбеҙ. Бал һалабыҙ ҙа бөтәһен дә бер массаға әйләнгәнсе болғайбыҙ.
✅Әҙер ҡатнашманы стерилләнгән быяла банкаға һалып, ябабыҙ. Тик һыуытҡыста ғына һаҡлағыҙ! 3-4 көн торһа, ҡатнашма ҡулланыуға әҙер.

✅Дауаланыу өсөн:
▪️1-се вариант: иртәнге, төшкө, киске ашҡа тиклем һәм йоҡлар алдынан ярты сәғәт алдан, 1-2 балғалаҡ ҡабырға.
▪️2-се вариант (онкология осрағында) - һәр ике сәғәт һайын 1-2 балғалаҡ ашарға.
⚠️Табип менән кәңәшләшеү мөһим.
💚ҺАУ-СӘЛӘМӘТ БУЛЫҒЫҘ!💚

https://vk.com/bashkortvk

Шифалы ҡатнашма
Шифалы ҡатнашма
Автор:
Читайте нас