Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
8 Октябрь 2023, 03:13

Табын йәме - итле бәлеш

Итле бәлеш тәмле лә, туҡлыҡлы ла. Эслек өсөн ит (тауыҡ, өйрәк, һарыҡ, хатта фарш та ярай), картуф, һуған, тоҙ, бер аҙ борос кәрәк. 

Табын йәме - итле бәлешТабын йәме - итле бәлеш
Табын йәме - итле бәлеш
Ит, картуф, һуғанды шаҡмаҡлап турап, тоҙ, борос һибеп болғатабыҙ. Иретелгән аҡ май йәки маргарин, һөт, әҙерәк һыу, бер йомортҡа, самалап аш содаһы, тоҙ ҡушып сөсө ҡамыр баҫабыҙ. Уны ике өлөшкә бүләбеҙ. Йоҡа йәймә эшләп табаға һалабыҙ. Өҫтөнә эслекте тигеҙ итеп йәйеп, икенсе йәймә менән ҡаплайбыҙ. Ситтәрен матур итеп йәбештереп ҡуябыҙ. 35-40 минут бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
 
Сығанаҡ һәм фото:bashgazet.ru
Табын йәме - итле бәлеш
Табын йәме - итле бәлеш
Автор:
Читайте нас