Дим буйҙары
+30 °С
Облачно
Общие статьи
10 Октября 2023, 14:21

Республика көнөнә арналды

Район мәҙәниәт Һарайында уҙған тантаналы сарала алдынғы хеҙмәткәрҙәр, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандар һәм хеҙмәт ветерандары тәбрикләнде. 

Республика көнөнә арналдыРеспублика көнөнә арналды
Республика көнөнә арналды

Бөгөн, йәғни 10 октябрҙә, Республика көнө уңайынан район мәҙәниәт Һарайында байрам концерты булды. Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы, һәр саҡтағыса, йыр-моң менән ҡаршы алдылар.

Тантаналы сара биш телдә яңғыраған “Бишбүләгем” йыры менән башланып китте. Артабан район хәкимиәте башлығы Артур Мөхлис улы байрамды асып, залдағыларҙы байрам уңайынан ҡотлап үтте һәм район үҫешенә тос өлөш индергән һәр кемгә рәхмәтен белдерҙе.

Йыр-моң менән үрелеп барған сарала артист, ҡоролтай депутаты Рәмил Баҙамшин да сығыш яһаны һәм мобилизациялағы яҡтарға тос ярҙам күрһәтеүселәргә йылы һүҙҙәрен еткереп, сеткалар үреүгә ҙур өлөш индергәндәргә, шулай уҡ бөгөнгө көндә уландары ил тыныслығы өсөн алғы һыҙыҡта булған яугирҙәрҙең ата-әсәләренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте менән халыҡҡа хеҙмәт иткән ауыл хакимиәте башлыҡтары, күп бала тәрбиәләүсе әсәләр, алдынғы хеҙмәткәрҙәр район хәкимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды, намыҫлы хеҙмәт иткән райондаштарыбыҙҙың да эштәре лайыҡлы баһаланды.

Республика көнөнә арналды
Республика көнөнә арналды
Республика көнөнә арналды
Республика көнөнә арналды
Республика көнөнә арналды
Автор:Гумерова Л
Читайте нас