

9 октябрҙә, Республика көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төрлө һөнәр эйәләренә: уҡытыусыларға, табиптарға, төҙөүселәргә, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә, юристарға, эшҡыуарҙарға һ. б. Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Улар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа бар. “Хеҙмәт династиялары” бәйгеһендә ҡатнашып, республика этабында беренсе урын алған Кирәевтар династияһын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Бар ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә арнаған мәғариф ветерандары Рәфиә Ҡадир ҡыҙы һәм Миңъямал Ҡадир ҡыҙы, шулай уҡ бөгөн дә мәғариф өлкәһендә көс һалған Гөлдәр Рәүеф ҡыҙы Ситдикова, Илшат Мәжит улы Миһранов Республика етәксеһенең бүләкләү тантанаһында ҡатнашты.
Аҙнай урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар уҡыусыларҙы белем үрҙәренә әйҙәгән Рәфиә Ҡадир ҡыҙы республика етәксеһе Радий Фәрит улы ҡулынан “Хеҙмәт даны” ордены менән бүләкләнгән. Ә ҙур еңеүгә ирешкән уҡытыусылар династияһына диплом һәм бүләккә телевизор тапшырылған.
Яҡташтарыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡлтлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ. !