

Йылдағыса үҙ продукцияларын ауыл хужалығы предприятиелары, фермерҙар, эшҡыуарҙар, мәғариф учреждениелары, шәхси хужалыҡ тотоусылар тәҡдим итте. Бында Михайловка ауылының “Родник” кооперативы Ҡыңғыр-Мәнәүез фермераҙыр һәм башҡа кооперативтар төрлө иген культуралары алып килгәйне. Бындай йәрминкәләрҙә күптәр Рәаевка шәкәр заводы етештергән шәкәрҙе һатып алып ҡалырға тырыша. Был юлы ла ике ҙур машина янынан кеше өҙөлмәне. Бер тоҡ, йәғни 50 кг шәкәр 3000 һум тора ине. Бынан тыш, улар иген культуралары, сөгөлдөр жомы, гранул, мал тоҙо һатыуға сығарғайны.
Шәхси хужалыҡтар етештергән һөт ризыҡтарын, йәшелсә, бал һәм башҡа аҙыҡ-түлекте осһоҙораҡ хаҡҡа һатып алырға мөмкин ине. Күрше Ырымбур өлкәһенең Пономаревка ауылынан йыл һайын кәбеҫтә килтереп һаталар, эре күсәнле кәбеҫтәне алыу өсөн сират хасил булды. Волгоградтан килтерелгән һуғанды һәм Һамар өлкәһендә үҫкән алмаларҙы халыҡ сират тороп алды. Кемдер үҙе етештергән ҡаймаҡ, эремсек, май тәҡдим итһә, икенселәр үҙҙәре яһаған варенье, баҡсаһында үҫтергән килер, бәрәңге, яландан йыйған бәшмәк тәҡдим итте. Көҙ һәм яҙ емеш-еләк ағастары менән һатыу итеүсе Юрий Исаевты белмәгәндәр һирәктер, ул алғамағас, виноград, ҡара ҡарағат, ремонтант сортлы ҡурай еләге, баҡса еләге һ.б. төрлө үҫентеләр алып килгән.
Урамдың буйынан буйына теҙелгән сауҙа нөктәләрендә кейем-һалымдың ниндәйе генә юҡ ине. Ҡышҡы сезон алдынан йылы кейемдәр алыусыларҙы күрергә була ине. Ҡыҫҡаһы, көн торошо ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, йәрминкәлә һәр кем йәне теләгән әйбер һатып алғандыр, моғайын.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА.
Автор фотолары.