Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
13 Октябрь 2023, 10:16

Аҙнайҙар ҙа изге эшкә ҡушылды

Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары СВО-ла ҡатнашыусылар өсөн маскировка селтәрҙәре үрә башланы. 

Аҙнайҙар ҙа изге эшкә ҡушылдыАҙнайҙар ҙа изге эшкә ҡушылды
Аҙнайҙар ҙа изге эшкә ҡушылды

Мәктәптең бер бүлмәһендә маскировка селтәрҙәре үреү өсөн станоктар ҡуйылды. Уларҙы Халиҡов Рауф Ғәфүр улы, Ситдиҡов Закир Хөснулла улы һәм Мөхәмәтшин Рифҡәт Рахим улы әҙерләне. Иң тәүҙә эшкә тотонғансы, Бишбүләктән килгән Нуриева Розалия Искандар ҡыҙы, Кириллова Зинаида Аркадьевна, Герасимова Валентина Власовна, Низамова Римма Әмир ҡыҙы  ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Быларҙың барыһы ла Элина Суфиянова етәкселегендә башҡарылды. Улар маскировка селтәрҙәре үреү нескәлектәренә төшөндөрҙө, һәм, әлбиттә, булған хаталарҙы шунда уҡ күреп төҙәтә һалды. 

Был изге эшкә ҡушылыусылар күп булды. Хаҡлы ялдағылар, эшләп йөрөүселәр һәр кем ваҡытына ҡарап, урындағы мәктәп бинаһына килде. Улар бер оҙонлоҡтағы әҙер таҫмаларҙы алып, оҙон итеп һуҙылған селтәр-ояларҙы эҙмә-эҙлекле туҡыма менән ҡаплап барҙы. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының тырышлығы менән биш көндә тәүге сетканы тамамлап та ҡуйҙылар. Был бик ҙур ярҙам, сөнки дөрөҫ яһалған маскировка селтәрҙәре пилотһыҙ камераларҙан һәм дошмандың башҡа күҙәтеү һәм разведка системаларынан йәшереп, ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡаласаҡ. Ана шулай итеп, күңел йылыһын ҡушып, аҙнайҙар ҙа яҡташтарыбыҙҙың еңеү яулап ҡайтыуына булышлыҡ итә. 

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Автор фотолары.  

 

 

Аҙнайҙар ҙа изге эшкә ҡушылды
Аҙнайҙар ҙа изге эшкә ҡушылды
Аҙнайҙар ҙа изге эшкә ҡушылды
Аҙнайҙар ҙа изге эшкә ҡушылды
Автор:Гумерова Л
Читайте нас