Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
18 Октябрь 2023, 10:11

Ноябрҙә өҫтәмә ял көнө көтә

Быйыл Халыҡтар берҙәмлеге көнө шәмбегә тура килә. 

Ноябрҙә өҫтәмә ял көнө көтәНоябрҙә өҫтәмә ял көнө көтә
Ноябрҙә өҫтәмә ял көнө көтә

Башҡортостанда йәшәүселәргә ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан өҫтәмә ял көнө тураһында иҫкә төшөрҙөләр. 2023 йылдың ноябрендә аҙнаһына биш көн эшләгән рәсәйҙәрҙе өс көнлөк ял көтә. Быйыл Халыҡтар берҙәмлеге көнө шәмбегә тура килә, шуға 4 (шәмбе), 5 (йәкшәмбе) һәм 6 (дүшәмбе) ноябрҙә эшләмәйбеҙ. Ә йома, 3 ноябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Ноябрҙә 30 көндөң 21-е — эш, туғыҙы — ял көнө. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, уҡыусыларҙың көҙгө каникулы быйыл 28 октябрҙә башлана һәм 6 ноябрҙә тамамлана.

https://www.bashinform.ru

 

Автор:
Читайте нас