Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
19 Октябрь 2023, 11:46

Мәскәүҙә «Йыл ғаиләһе» конкурсына йомғаҡ яһалды

Илдең 85 еңеүсе ғаиләһе араһында Стәрлетамаҡ районының Рощинский ауылынан Әхмәровтар ҙа бар

Мәскәүҙә «Йыл ғаиләһе» конкурсына йомғаҡ яһалдыМәскәүҙә «Йыл ғаиләһе» конкурсына йомғаҡ яһалды
Мәскәүҙә «Йыл ғаиләһе» конкурсына йомғаҡ яһалды

Ғаилә башлығы Рөстәм Рәсүл улы — Рощинский ауылының Мәҙәниәт һарайы мөдире, Анна Сергеевна — Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы.Һоҡланғыс, уңған һәм ижади ғаилә «Ғаилә — традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияһында еңеү яуланы.

Быйыл «Йыл ғаиләһе» конкурсы һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә, уның абруйы йылдан-йыл арта. Республика этабынан федераль этапҡа 384 ғаилә сыҡты, 85-е биш номинацияла еңеүсе булды.

- Башҡортостан һәм үҙебеҙҙең Стәрлетамаҡ районы исеменән сығыш яһауыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ, ғорурланабыҙ! —  тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Анна Әхмәрова.  — Бында беҙ бик күп яңы таныштар таптыҡ, еңеү яулаған 80 ғаиләнең һәр береһе үҙенсәлекле!

Ата-әсә һәм ике бәлиғ булмаған ике бала өсөн барып-ҡайтыу хаҡын конкурсты ойоштороусылар түләһә, ике өлкән ҡыҙға юл, йәшәү һәм туҡланыу сығымын тулыһынса Стәрлетамаҡ районы хакимиәте ҡапланы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-18/semya-iz-bashkirii-stala-odnim-iz-pobediteley-vserossiyskogo-konkursa-semya-goda-3483594

Мәскәүҙә «Йыл ғаиләһе» конкурсына йомғаҡ яһалды
Мәскәүҙә «Йыл ғаиләһе» конкурсына йомғаҡ яһалды
Автор:
Читайте нас