

Бөгөн Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында “Кәртәләрҙе емереп” II Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе үҙ эшен башланы. Ул өс көн дауам итәсәк.
Форумда инвалидлыҡты профилактикалау һәм реабилитациялау буйынса көнүҙәк мәсьәләләр тикшереләсәк, реабилитация техникаһын, ауырыуҙарҙы ҡарау өсөн билдәләнгән әйберҙәрҙе, уңайлы мөхит өсөн яйланмаларҙы етештереүселәр менән хеҙмәттәшлекте ойоштороу хаҡында мөһим һөйләшеүҙәр барасаҡ.
Күргәҙмәлә илебеҙҙең 12 төбәгенән 50 компания ҡатнаша, улар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу өсөн инновацион тәҡдимдәр менән килгән.
Форум сиктәрендә 37 эшлекле сара уҙасаҡ, уларҙа Рәсәйҙең 24 ҡалаһынан һәм субъекттарынан, шулай уҡ Беларусь Республикаһынан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән һәм АҠШ-тан 180 спикерҙың ҡатнашыуы көтөлә.
Өс көн дауамында күп төрлө саралар: мәғариф, инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу һәм башҡа темаларға түңәрәк өҫтәлдәр, файҙалы семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Төрлө йүнәлештәге белгестәрҙән бушлай консультациялар алырға мөмкин буласаҡ.
“Кәртәләрҙе емереп” II Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһен ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығы, Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
https://bashkizi.ru