

Адреслы ярҙам республикабыҙҙың 10 муниципаль районынан, йәмәғәт ойошмаларынан һәм битараф булмаған кешеләрҙән йыйылды. Колонна 64 кешенән һәм 32 берәмек техниканан, шул иҫәптән республика тарафынан бүленгән 18 йөк автофургонынан һәм 14 оҙатыу автомобиленән тора. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сираттағы гуманитар конвойҙы әҙерләүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе, республиканан ярҙам тотороҡло бара, тип белдерҙе. Йөк составына 21 автомобиль, шулай уҡ ағас материалдары 75 куб.м, йылытыу утын 64 куб. м, квадрокоптерҙар, тепловизорҙар, рациялар, генераторҙар, йылытыу мейестәре, бензопилалар, электр ҡорамалдары, маскировка селтәрҙәре, төҙөлөш материалдары, һыу өсөн мискәләр, инструменттар, аҙыҡ – түлек, кейем, медикаменттар һәм туғандарының посылкалары инә. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан һыу үткәргес торбалар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ коммуникацияларын ремонтлау өсөн арматура ебәрелде. Фото: Т. АМАНОВ. https://ye102.ru