Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
24 Октябрь 2023, 07:38

Берк Эфе, Юсро һәм Гөлфиә

Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың иң популяр һәм һирәк осраған исемдәре аталды                      

Берк Эфе, Юсро һәм ГөлфиәБерк Эфе, Юсро һәм Гөлфиә
Берк Эфе, Юсро һәм Гөлфиә

Йыл башынан Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың иң популяр һәм һирәк осраған исемдәре билдәле булды. «ЗАГС реестры» сайтында хәбәр ителеүенсә, малайҙарға һирәк ҡушылған исемдәр: Ахмадхон, Денислам, Берк Эфе, Сайфуллох, Матвей-Мэттью. Ә ҡыҙҙар араһында Гөлфиә, Азель, Юсро, Диляна, Эммануэла исемдәре бик аҙ.

Республикала Әминә (368 ҡыҙ), София (345), Арина (335), Ева (331) һәм Эмилия (329) кеүек ҡатын-ҡыҙ исемдәре популяр. Малайҙарға йышыраҡ Әмир (460), Марк (334), Тимур (328), Мирон һәм Матвей (322-шәр) тип ҡушҡандар.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, октябрь башында ҡыҙҙарға - Наоми, Иман, Алика, Миша, Флүзә, малайҙарға иһә Северин, Бакир, Валентин, Нейтан, Мансаф тигән үҙенсәлекле исемдәр һайлағандар.

https://www.bashinform.ru

Берк Эфе, Юсро һәм Гөлфиә
Берк Эфе, Юсро һәм Гөлфиә
Автор:
Читайте нас