

Һалҡын тейгәндә был саралар ваҡытында ҡулланылһа, үрсеп китмәҫ борон вирустарҙы юҡ итергә, сирҙе башланмаҫ борон иҫкәртергә ярҙам итер:
Киҙеү мәлендә танауға оксолин майы һөртөп йөрөргә кәрәклеген барыһы ла беләлер. Ул вирустарҙан һаҡлай, сирҙе иҫкәртә.
Бысаҡ менән ваҡ ҡына туралған лимон менән балды бергә бутап ултыртаһың. Бал яйлап иреп бөтә. Аҙаҡ һалҡын тейгәндә, тамаҡ ҡымырйығанда бик килешә. Бәләкәй балаларға ла имеп йөрөргә кәңәш ителә.
Әгәр ҡан баҫымы юғары булмаһа, бронхит, астма менән йонсоғандарға түбәндәге ысул һәйбәт: таста тоҙҙо иретәһең дә эҫе ташҡа һибеп, ләүкәлә бер тына ултырып тораһың. Тын алыуҙары иркенәйеп, йүтәл йомшарып китә. Үҙенә күрә «тоҙло шахта» була.
Өшөп ҡайтып ингәндә аяҡтарҙы йылынғансы эҫе һыуҙа тотоу үҙен аҡлай. Аҙаҡ ҡоротҡансы һөртөргә онотмағыҙ. Шулай уҡ табандарға ҡоро горчичник һалып йөрөү ҙә килешә.
Вирустарға организмда үрсеү мөмкинлеге бирмәҫкә кәрәк. Бының өсөн ни эшләргә? Вирустар юғары температураны яратмай, шунлыҡтан һалҡын тейеүҙең тәүге билдәләре беленгәс тә танау тирәһен, маңлайҙы, тамаҡты йылытырға кәрәк - был вирустарҙы юҡ итергә ярҙам итә; аяҡ табандарын йылытыу ҙа файҙйлы.
Теңкәгә тейгән йүткереүҙән нисек ҡотолорға була? Бәләкәйерәк кәстрүлгә бер стакан һыу ҡойоп ҡайнатырға ла, ваҡлап туралған алты теш һарымһаҡ һалып, ҡапҡасты ябып, талғын утта тағы бер аҙ – 5 минуттай – тоторға. Шунан кәстрүлде плитәнән ситкә алып, һыуына бер балғалаҡ аш содаһы өҫтәргә. Тиҙ генә баш аша ҡалын таҫтамал йә бүтән әйбер менән ҡапланып, шуның эҫе быуын һуларға: ике-өс тапҡыр танау менән тәрән тын алабыҙ һәм уны ауыҙҙан сығарабыҙ. Боҫтоң бөркөлөүе бөткәнсе шулай тын алып торабыҙ. Аҙағынан битте һөртөп, уранып ятып торорға кәрәк.
Сәләмәт булығыҙ
https://vk.com/bashkortvk