

Дим урта мәктәбендә 30 йылға яҡын эшләгән юғары квалификация категориялы химия hәм биология уҡытыусыһы Галина Константиновна Тяпкина үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләп үтте. Педагог hәм остаз йылында беҙ ғәжәйеп кеше, оло йөрәклле уҡытыусы Галина Константиновна Тяпкина тураһында һөйләргә теләйбеҙ.
Галина Константиновна 1938 йылдың 21 октябрендә Өфөлә тыуған. Өфө ҡалаһының 8-се урта мәктәбен тәмамлағандан һуң, ике йыл тыуған мәктәбендә химия кабинеты лаборанты булып эшләй. 1958 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология hәм химия факультетына уҡырға инә. Галина Константиновна биология heм химия уҡытыусыһы булараҡ, хеҙмәт юлын 1963 йылда Айыт урта мәктәбендә башлай, ә 1967 йылда Дим урта мәктeбенә күсерелә, унда 26 йыл эшләй.
Галина Константиновна — тырыш, яуаплы юғары профиле уҡытыусының лайыҡлы өлгөһө. Мәктәптә эшләгән йылдарында Галина Константиновна балалар менән мөнәсәбәттәрен ышаныс, хөрмәт hәм ғәҙеллеккә нигеҙләнеп төҙөй. Хеҙмәттәштәре hәм сығарылыш уҡыусылары араһында лайыҡлы абруй ҡаҙана.
«Уның химия дәрестәре бик ҡыҙыҡлы үтә ине. Уларҙың һәр береһендә лаборатория йыһаздары ҡулланылды, тәжрибәләр үткәрелде. Өйрәнгән теорияны практикала күрергә мөмкин ине. Галина Констаниновна бик талапсан булды, бер ҡасан да билдәләрҙе арттырманы hәм барыһына ла уларҙы төҙәтергә мөмкинлек бирҙе», — тип ҙур йылылыҡ менән иҫкә уның дәрестәре тураһында сығарылыш уҡыусылары.
Ул 20 йылдан ашыу етәкселек иткән химия кабинеты районда иң яҡшыларҙың береһе булды. Ул уны әкиәт мөйөшөнә әйләндерҙе! Ҡышын да, йәйгеһен дә унда һирәк осрай торған сәскәләр хуш еҫ тарата, ә мәктәп шкафтары-кәштәләрендә бөжәктәр коллекцияһы һәм үҫемлектәр гербарийы була торғайны.
Галина Константиновна күп йылдар мәктәптең профсоюз ойошмаһын етәкләне, hәм уның намыҫлы хеҙмәте 1983 йылда ВЦСПС билдәһе менән билдәләнде. Мeктәптә эшләгәндә, Галина Тяпкина күп бүләктәр менән бүләкләнде, улар араһында БАССР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы, ул Почет Билдәһе ордены кавалеры, Халыҡ мәғарифы отличнигы.
Әле педагог хаҡлы ялда, ләкин ул күңелһеҙләнеп ултырмай. Ул hаман да буш ваҡытында баҡсала эшләй hәм сәскәләр үҫтереү менән шөғөлләнә. Өйөндә һәм баҡсаһында барыһы ла зауыҡ менән башҡарылған! Һәр ерҙә хужабикәнең ҡайғыртыусан ҡулы һиҙелә, уның өсөн баҡса — ул күңел һалған шөғөлө һәм ижади энергияһын ҡулланыу урыны.
Раушания ТИХОНОВА,
Дим ауылы.