Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
26 Октябрь 2023, 07:26

Дауылда теләһә ҡайһы ышыҡ та яҡшы...

...Бына улар һуңғы йорт алдында баҫып тора. Бәләкәй генә бер ыҙба уныһы. Әләм-һәләм генә кейенгән ҡарсыҡ сығып уҡ ҡаршы алған. Сауҙагәр малайы өйҙөң ҡарайған стеналарын, емерелеп төшөргә торған түшәмен күреп, атаһына бында ҡалмауҙарын үтенгән.

Дауылда теләһә ҡайһы ышыҡ та яҡшы...Дауылда теләһә ҡайһы ышыҡ та яҡшы...
Дауылда теләһә ҡайһы ышыҡ та яҡшы...

Бер ваҡыт бай сауҙагәр улына донъя күрһәтмәксе булып, алыҫ юлға алып сыҡҡан. Сәйәхәт ваҡытында былар яҡшы ҡунаҡханаларҙа туҡталған.

Сауҙагәр улын шулай өйрәткән: малай үҙен әфәнде итеп тойорға тейеш. Шул ваҡытта уға уңайлы бүлмә лә бирәсәктәр, яҡшы ат та әҙерләйәсәктәр, улар йөҙгән карапҡа ла гавандең һәйбәт урынын ҡалдырасаҡтар.

Ә бер көндө юлда уларҙың егелгән пар атының береһе ҡазаланған. Ямғыр яуып ебәргән, тиҙ генә ҡараңғы ла төшкән. Аталы-уллы яҡындағы ауылға йәйәүләп барырға мәжбүр булған. Ҡунаҡхана-фәләнһеҙ генә бәләкәй ауылда былар өйҙәрҙең ишеген туҡылдатып, ҡунырға һораған. Береһе лә асмаған...

Бына улар һуңғы йорт алдында баҫып тора. Бәләкәй генә бер ыҙба уныһы. Әләм-һәләм генә кейенгән ҡарсыҡ сығып уҡ ҡаршы алған. Сауҙагәр малайы өйҙөң ҡарайған стеналарын, емерелеп төшөргә торған түшәмен күреп, атаһына бында ҡалмауҙарын үтенгән.

– Дауылда һәр ышыҡ та яҡшы, – тигән бай. Һәм хужабикәгә баҡыр аҡса һонған. Уныһы тәңкәне күкрәгенә баҫып ҡыуанған.

– Баҡырҙы алтындай күреп шатлана бит әле, – тип шыбырлаған атаһына йәш үҫмер.

– Дауылда теләһә ниндәй ышыҡ та яҡшы булған кеүек, фәҡирлектә һәр ҡайһы тәңкә лә алтын ул, улым, – тигән сауҙагәр.

 Айсын АҠБУЛАТОВА.

https://ye102.ru

Дауылда теләһә ҡайһы ышыҡ та яҡшы...
Дауылда теләһә ҡайһы ышыҡ та яҡшы...
Автор:
Читайте нас