

Ирекмәнлек — еңел булмаған, ләкин файҙалы эш. Һәр көн ирекмәндәр хәрәкәте сафтарын изгелек эшләргә теләүсе яңы кешеләр тулыландыра. Бөгөн ирекмәнлек тормоштың барлыҡ өлкәләрен тиерлек үҙ эсенe ала. Иң мөhиме, мәктәп эскәмйәһенән башлап hәр кем ирекмән була ала.
— Мин уҙған йылдан бирле был изге эш менән шөғөлләнә башланым. Хәҙер беҙ башҡа ирекмәндәр менән бергә блиндаж шәмдәре яһайбыҙ. Блиндаж шәме — ул оҙаҡ яна ала торған шәм, ул йылылыҡ hәм яҡтылыҡ сығанағы булып бер нисә сәғәт хеҙмәт итә ала. Шулай уҡ һалдаттарыбыҙға хаттар яҙабыҙ, — тип һөйләй волонтер Полина Макарова, Бишбүләк ауылы 1-се урта мәктeбенең 9-с класс уҡыусыһы.
Йәйгеһен Полина республика ирекмәндәре лагерында ҡатнаша. Бишбүләк районы «Вектор» йәштәр үҙәгенең «Райондың ижтимағи тормошонда актив ҡатнашҡаны һәм ирекмәндәр хәрәкәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн» Рәхмәт хаты, район хакимиәтенең «Яңы быуын» Йәштәр мәғариф форумын ойоштороуҙа hәм үткәреүҙә ярҙам иткәне өсөн» Рәхмәт хаты менән билдәләнгән.
Бишбүләк ауылы 1-се урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Екатерина Меркулова «Изгелек ирекмәндәре» отряды ағзаһы булып тора.
- Мин ике йыл ирекмәнлек эшсәнлеге менән шөғөлләнәм. Мин кешеләргә ярҙам итeргә яратҡанға күрә, ирекмән булырға ниәтләнем. Яҡшылыҡ эшләргә теләйем, шуға күрә үҙемде ошо эштә таптым. Беҙ ағастар ултыртабыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреү өсөн окоп шәмдәре яһайбыҙ, төрлө акцияларҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Быйыл йәйгеһен республика ирекмәндәр лагерена барҙым. «Йыл ирекмәндәре» конкурсында ҡатнашырға йыйынам, — ти Екатерина.
Полина менән Екатерина билдәләп үтеүeнсә, ирекмән ярҙамсыл, актив, изгелекле, эш һөйөүсән булырға, кешеләр менән аралаша белергә тейеш.
Наилә СӘБӘХОВА.
Автор фотолары.