

Минһаз Хәйруллин – Ҡаныҡай ауылында тыуып, ошонда ғүмер кисергән кеше. Оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ауылдаштарының ихтирамын яулаған 82 йәшлек Минһаз Шәйхетдин улы лайыҡлы хеҙмәт һәм тормош юлы үткән.
Һуғыш осоро балаһы булараҡ, Минһаз ағайға бәхетле бала саҡ күрергә насип булмай. Һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙың барлыҡ ауырлығын, аслыҡ-яланғаслыҡ – быларҙы ул барыһын да үҙ елкәһендә татыған.
- Мин донъяға килгәндә, илебеҙҙә инде дәһшәтле һуғыш барған. Һәр ғаиләләге кеүек үк, ул йылдарҙағы һынауҙар беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәй. Атайым Шәйхетдин Хәйрулла улы хеҙмәт армияһына алына, ә ағайым Зәки Хәйруллин фронтҡа оҙатыла һәм М.Шайморатов исемендәге Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә. Бәхеткә, ул һуғыштан иҫән-имен ҡайтты. Ә бына минән бер нисә йәшкә оло булған Минәй апайым 1945 йылдың яҙында ағыулы башаҡ ашап, һуғыш ҡорбаны булды, - ти ул, үткән ваҡиғаларҙы иҫкә алып.
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа тиңдәштәре менән бер рәттән, уға ла ауыр эшкә егелергә тура килә. Эшсе ҡулдар етешмәй, шунлыҡтан күп осраҡта мәктәп уҡыусыларын баҫыу эштәренә ҡушалар. Улар иген араһынан әрем сүпләй, орлоҡ йыя, өлкәндәр менән бер рәттән бесән йыйыуҙа ҡатнаша.
- Ул осорҙа уҡыу бик һирәктәргә генә эләкте, сөнки 15 км алыҫлыҡтағы Айыт ауылына йөрөп уҡыу еңел түгел ине. Мин ете класты ғына бөтөрҙөм, шунан башлап гел колхозда, эштән бушаманым, — тип әңгәмәсем хеҙмәт юлының башын иҫкә ала.— Иң башта трактор ярҙамсыһы булып эшләнем, унан колхоз район үҙәгендәге дүрт айлыҡ тракторсылар курсына ебәрҙе. Минең менән бергә ауылдаштарым Файзуллин Йәкшәмбай, Муллағолов Шакир, Солтанов Ғәлләметдин дә механизатор таныҡлығы алды.
Артабан Минһаз Хәйруллин үҙенең тормош-йәшәйешен тыуған ауылына бағышлай. Ул бар көсөн, тырышлығын һалып, ил табынын икмәкле итеүгә ҙур өлөш индерә. Ғүмер йомғағын кирегә һүтеп ҡараһаң, тырыш хеҙмәт юлының башы 60-сы йылдарға барып тоташа.
- Ауылдың аръяғында сирәм ерҙәре асылғайны. 1962 йылдың яҙы бик иртә килде. 600 гектар ерҙе тиҙ арала сәсеүгә әҙерләү өсөн Хәмит Нәҙелшин, Ғәбдрәшит Ситдиҡовтар менән сменалап эшләнек. Һөрмәгән ер ҡалманы, - тип һөйләшеүҙе дауам итә Минһаз ағай. – Хеҙмәт итеү осоронда үҙебеҙҙә етештерелгән төрлө тракторҙарҙа эшләргә тура килде. 1965 йылда мин икенсе техникаға – кабинаһыҙ “МТЗ-2” Белорусь тракторына ултырҙым. Ул ваҡытта “Марс” колхозында күп итеп кукуруз, көнбағыш сәселә ине, был культураларҙың рәт араларын утап бөтөүгә, ҡыҙыу бесән өҫтө етә, уның артынса борсаҡ, ашлыҡ сабыу эштәре көтөп тора ине.
Алдынғы механизаторҙарҙың тырышлығы бушҡа китмәй, кукуруз мул уңышы менән һөйөндөрә, гектарынан хатта 300 центнерға етә. Көҙгө осорҙа, сөгөлдөр сығарғанда механизаторҙар татлы тамыр аҙыҡты кормабазаға ташый. Ана шулай Минһаз Хәйруллин яҙ, йәй, көҙ үҙ эшендә булһа, ҡышҡыһын да тик тормай, иптәштәре менән Приют станцияһынан вагондан бушатып, һалам ташыйҙар, комбикорма, брикет-күмер алып ҡайталар, Раевкаға жом, патока артынан баралар.
Был йылдар колхоздарҙың гөрләп торған саҡтары! Минһаз ағайҙың көндө төнгә ялғап эшләгән сағы аҙ булмай. Ни тиһәң дә, ябай колхозсыларға эш минимумы билдәләнә – һәр кемгә 300-ҙән ашыу көн. Колхозда эшләүселәр минимумын тултырһа, тимәк, эш стажы тулы йыл итеп иҫәпләнә.
Игенселектә һәм малсылыҡта бригада, хужалыҡ өлгәшкән уңыштар уға ла дан килтерә. Әлеге ябай ауыл хеҙмәтсәненең намыҫлы эшен баһалаусы бүләктәр шаҡтай. Уның күкрәген В.И.Лениндың 100 йыллығы уңайынан тапшырылған “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” (1970), “Хеҙмәт даны” (1974) миҙалдары биҙәй, шулай уҡ тырыш хеҙмәте «Социалистик ярышта еңеүсе» (1973), «Социалистик ярышта еңеүсе» (1975) һәм “IX биш йыллыҡ ударнигы” күкрәк билдәһе (значогы) менән баһалана. Ә улар араһында иң ҡәҙерлеһе – 1986 йылда тапшырылған “Почет билдәһе” ордены. Шулай ук алдынғы механизаторҙың наградалары араһында БАССР Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары бар.
Илебеҙҙә барған сәйәси үҙгәрештәр, колхоз-совхоздар тарҡалыуы ауыл халҡының йәшәйешенә лә йоғонто яһай. Шул рәүешле Минһаз Шәйхетдин улына ла күнегелгән эшен ҡалдырырға тура килә.
- Мин 1993 йылда Ҡаныҡай тауар-һөтсөлөк фермаһында хеҙмәтемде дауам иттем һәм туғыҙ йыл механик-дояр булып эшләнем. Ул ваҡытта хужалыҡта 400 баш һауын һыйыры иҫәпләнде, 16 һауынсы эшләне. Төп бурысым - һыйыр һауыу аппараттарын көйләп, һөтүткәргес системаһын даими ҡарап тороу ине, - тип, тынғыһыҙ хеҙмәт йылдарын иҫкә ала ул.
“Ысын ир-егет йорт һалырға, ағас ултыртырға, улдар үҫтерергә тейеш”, ти халҡыбыҙ. Минһаз Шәйхетдин быларҙы тулыһынса үтәгән. 1963 йылда Дүсән ауылы ҡыҙы Миңһылыу Имаметдин ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, илле ике йыл тигеҙ ғүмер кисереп, биш бала үҫтерәләр. Һәммәһен дә һөнәрле итеп, аяҡҡа баҫырға ярҙам итәләр. Дүрт ҡыҙ һәм бер ул янына шул ҡәҙәр үк кейәүҙәр, килен, артабан 11 ейән-ейәнсәрҙәр өҫтәлә, бөгөн 18 бүлә-бүләсәр үҫеп килә. Үкенескә күрә, йорт хужабикәһе алты йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән. Ҙур юғалтыу кисерһә лә, ул яҙмыш һынауҙарына бирешмәйенсә, йортонда ҡот-бәрәкәт һаҡлап ғүмер көҙөн үткәрә. Әлеге вакытта хеҙмәт ветераны үҙе төҙөгән иркен йортта йәшәй, уның менән бергә Бәләбәйҙән ҡайтҡан ҡыҙы Лилиә йәшәй.
- Атайым күптән инде пенсияла булһа ла, эшһеҙ тора алмай. Беҙҙең ҙур йәшелсә баҡсабыҙ бар, йәйгеһен күп итеп ҡош-ҡорт алып үҫтерәбеҙ. Өлкән йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ул “Ока” машинаһында йөрөй, күрше Бикҡол ауылындағы почта бүлексәһенә квитанцияларҙы барып түләй, урманға еләк-емеш йыйырға ла йөрөйбөҙ. Атайым донъя яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып тора, шулай уҡ һаулығына ҡарап, йәйәү йөрөргә лә ярата, - ти, көндәлек тормоштары тураһында хеҙмәт ветеранының ҡыҙы.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА.