Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
28 Октябрь 2023, 05:29

Өфө үҙәгендә 22,8 миллион һумлыҡ иллюминация ҡуйыла

«Йондоҙло күк» иллюминацияһын 24 ноябргә ҡәҙәр тамамларға ниәтләйҙәр.

Өфө үҙәгендә 22,8 миллион һумлыҡ иллюминация ҡуйылаӨфө үҙәгендә 22,8 миллион һумлыҡ иллюминация ҡуйыла
Өфө үҙәгендә 22,8 миллион һумлыҡ иллюминация ҡуйыла

Өфө хакимиәте Пушкин урамындағы аллеяла иллюминация ҡуйыу өсөн подрядсы һайлап алыу конкурсын иғлан итте. Контракттың хаҡы – 22,8 миллион һум. Был мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтына урынлаштырылған, ғаризалар 2023 йылдың 2 ноябренә тиклем ҡабул ителә.

Металл конструкцияға беркетелгән «Йондоҙло күк» иллюминацияһын 24 ноябргәсә ҡуйыу планлаштырыла.

«Башинформ» Өфөнөң 450 йыллығына арналған саралар өсөн тирмәләр һатып алыуы тураһында ла хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru

Өфө үҙәгендә 22,8 миллион һумлыҡ иллюминация ҡуйыла
Өфө үҙәгендә 22,8 миллион һумлыҡ иллюминация ҡуйыла
Автор:
Читайте нас