Бының өсөн 300 грамм тауыҡ фаршы, ярты килограмм шампиньон бәшмәге, ике-өс баш башлы һуған, 300 грамм сыр, өс-дүрт картуф, тоҙ, борос кәрәк.
Башта һуғанды нәҙек кенә итеп киҫеп, майланған формаға һалабыҙ. Уның өҫтөнә ваҡланған картуф йәйәбеҙ. Уға тоҙ, борос һибәбеҙ. Өсөнсө ҡатына фарш ҡушабыҙ һәм тағы ла тоҙлайбыҙ, борослайбыҙ. Фаршҡа туралған бәшмәк өҫтәйбеҙ. Ризыҡтың иң өҫкө ҡатын ҡырылған сыр һалабыҙ, майонез һылайбыҙ.
Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 25-30 минут бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
https://bashgazet.ru