Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
29 Октябрь 2023, 10:02

Мәктәп автобусында - тәжрибәле шофер

Тулыбай ауылында йәшәүсе Камил Мөхәмәҙиев - яуаплы водителдәрҙең береһе.

Мәктәп автобусында - тәжрибәле шоферМәктәп автобусында - тәжрибәле шофер
Мәктәп автобусында - тәжрибәле шофер

Районыбыҙҙагы мәктәп уҡыусыларын уҡырга йөрөтөүсе “Дети” дип яҙылған һары төстәге автобустарын юлдарҙа йыш күрәбеҙ. Мәктәп автобусы шоферҙары иңендә ҙур яуаплылыҡ ята.  Уларҙың төп бурысы – үҙ пассажирҙарын мәктәпкә илтеп ҡуйыу һәм һәм  дәрестәрҙән һуң өйҙәренә хәүеф-хәтәрһеҙ ҡайтарып еткереү.

Тулыбай ауылынан Камил Миәссәр улы һөнәре буйынса водитель. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, ул тәүҙә “бензовоз” машинаһында эшләй, артабан “ЗИЛ” руле артына ултыра. Хәҙер инде Дим урта мәктәбе автобусы водителе Камил Мөхәмәҙив үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған.

Камил Миәссәр улының эше иртән иртүк башлана. Һәр көндә ул, ямғыр тимәй, ҡар тимәй, күрше-тирә ауылдарҙан уҡыусыларҙы йыйып, Дим урта мәктәбенә ваҡытында илтеп еткерергә тейеш. Дәрестәр тамамланғҫандан һуң, ул Тулыбай һәм Аҙнай ауылы уҡыусыларын һәм уҡытыусыларҙы өйҙәренә ҡайтарып ҡуя. Шофер балалар именлеге, уларҙың ғүмере өсөн яуап бирә, шунлыҡтан уға сабырлыҡ, иғтибарлылыҡ кеүек сифаттар хас.

Камил ағай электән үк техника менән ҡыҙыҡһына. Уның ишек алдында мини-трактор, бесән тырмаһы, төйәгес кеүек кеүек нәмәләр урын алған. Быларҙың барыһы ла хужаның уңған ҡулдары менән яһалған, үҙ тырышлығы менән йыйылған. Тракторындағы деталдәрҙең береһе хатта хәҙерге заманда тик музейҙарҙа ғына күрергә мөмкин булған “Сталинец-6” комбайнынан алынған. Уның “бәләкәй тимерлеге”ндә  иретеп ийәбештереү аппаратынан алып күрек, ҡыҫҡыс кеүек ҡоралдарға тиклем бар. Күптәр уға әле быныһын, әле тегеһен эшләп биреүен үтенеп килә.   

- Машинаны йөрөтөү генә түгел, ә шуның эсендә соҡонорға, әле теге часын, әле был ерен ҡарарға, техниканы өйрәнергә яратам. Машинаң сәгать кебек эшләп торһа, үзеңә рәхәт бит. Шуға күрә машинамды гел төҙөк тоторға тырышам, - ти, руль артында саҡрымдар арты саҡрымдар үткән водитель.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Мәктәп автобусында - тәжрибәле шофер
Мәктәп автобусында - тәжрибәле шофер
Автор:Гумерова Л
Читайте нас