Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
30 Октябрь 2023, 11:17

Ирәмәлдән Ҙур Уралға - дуҫлыҡ күпере

Екатеринбургҡа нигеҙ һалыныуға 300 йыл тулыуға бағышланған XX төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте фестивале уҙҙы.

Ирәмәлдән Ҙур Уралға - дуҫлыҡ күпереИрәмәлдән Ҙур Уралға - дуҫлыҡ күпере
Ирәмәлдән Ҙур Уралға - дуҫлыҡ күпере

Байрам Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән Свердловск өлкәһе Дәүләт халыҡ ижады һарайының ҙур концерт залында булды.

Өлкә фестивале бөтә Ҙур Уралдан ҡунаҡтар йыйҙы. Үҙ сығыштары менән байрамды Башҡортостан Республикаһы ҡунаҡтары – Учалы филармонияһы коллективы, шулай уҡ Свердловск, Силәбе, Төмән өлкәләре һәм Пермь крайы ижад берләшмәләре биҙәне.

Сара барышында мауыҡтырғыс күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим ителде, улар сарала ҡатнашыусыларға башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡындан танышырға мөмкинлек бирҙе.

- Башҡорт мәҙәниәте фестивале - Рәсәй халыҡтарының ижади потенциалын үҫтереүгә һәм этник һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән уникаль проект. Байрам барлыҡ ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар күңелендә иң яҡшы иҫтәлектәр ҡалдырыр, башҡорт халҡының бай рухи һәм мәҙәни мираҫына тағын бер тапҡыр ҡушылырға мөмкинлек бирер тип ышанам. Һәм, әлбиттә, күп милләтле илебеҙ халыҡтары араһында дуҫлыҡ бәйләнештәрен һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытасаҡ", - тип билдәләп үтте Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.

Фото: https://oblgazeta.ru/culture-and-sports/fairs/2023/09/16162/

kiziltan.ru

Ирәмәлдән Ҙур Уралға - дуҫлыҡ күпере
Ирәмәлдән Ҙур Уралға - дуҫлыҡ күпере
Автор:
Читайте нас