

“30 октябрҙән “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре тарафыннан „Июнь“ сауҙа үҙәгендәге "Джанго парк" уйын үҙәгенең эше ваҡытлыса туҡтатылды. Судҡа ебәреү өсөн материалдар әҙерләнә. Инфекция таралыу ҡурҡынысы юҡ", — тиелә ведомство хәбәрендә.
Билдәле булыуынса, кисә Өфөла тыуған көн байрамында булған балалар эсәк инфекцияһы эләктергән. Был хаҡта “Роспотребнадзор”ҙың төбәк буйынса идараһы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Тыуған көн байрамын ҡаланың ҙур сауҙа үҙәктәренең береһендәге учреждениела билдәләгәндәр. Саранан һуң, кескәй балалар күпләп ауырый башлай. Ағыуланыу билдәләре менән табиптарға мөрәғәт итеүсе балаларҙың һаны 20-гә еткән.
“Роспотребнадзор” белгестәре эпидемиологик тикшереү башлаған. Шулай уҡ ҡаланың Октябрь районы прокуратураһы һәм Тикшереү комитетының район бүлеге лә тикшереүҙәр үткәрә һәм балаларҙың ағыуланыуҙың сәбәптәрен асыҡлай.
Фото:прокуратура РБ
Башинформ.