

Дөгө бешергән һыуығыҙға бер аш ҡалағы һеркә ҡойһағыҙ, дөгөгөҙ ап-аҡ булып, таралып торор.
Ҡаймаҡҡа бер аҙ һөт ҡушһаң, кремдар эшләгәндә эремәҫ.
Бәлеш эслегенә тигән кәбеҫтәне башта ҡайнар, унан һыуыҡ һыу менән бешекләп алып, һығып, табала ҡыҙҙырһаң, ул төҫөн юғалтмай, йылтырап торор.
Ҡәһүә ҡайнатҡанда, иң ахырында семтем тоҙ өҫтәп ебәрһәң, ҡәһүә хуш еҫле булыр.
Кеҫәл ҡайнатҡанда еләк-емештең тәмен һәм төҫөн һаҡлап ҡалыу өсөн ағып сыҡҡан һутын ҡушмаҫҡа, ә әҙер кеҫәлгә генә ҡойорға.
Сөгөлдөр 3 сәғәт буйына оҙаҡ бешә. Ә уны 1 сәғттә өлгөртөргә була. Бер сәғәт бешереп, унан 10 минут һыуыҡ һыу ағымында тотһаң, әҙер була.
Винегрет тәмле булһын өсөн бер аш ҡалағы һөт һәм 1 балғалаҡ шәкәр өҫтәргә кәрәк.
https://hakmar.ru