Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
1 Ноябрь 2023, 08:57

«Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһендә һәр кем ҡатнаша ала

Быйыл ул республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала.

«Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһендә һәр кем ҡатнаша ала«Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһендә һәр кем ҡатнаша ала
«Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһендә һәр кем ҡатнаша ала

Проект етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, был юлы проект күренекле дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә «Йөрәк һүҙе. Ил ағаһы Мортаза» тип атала.

Ҡатнашырға теләүселәр башҡортса шиғыр ятлап, видеояҙманы 20 декабргә тиклем проекттың рәсми төркөмөнә ебәрергә тейеш. Финал 2024 йылдың февралендә Башҡорт опера һәм балет театрында була.

2022 йылда шиғриәт бәйгеһе Башҡортостандың халыҡ шағиры рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланғайны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Башҡортостанда тәүге тапҡыр республикабыҙҙың беренсе президенты Мортаза Рәхимов исемендәге класс асылыуы һәм эксперттарҙың Башҡортостандың беренсе президенты тураһында энциклопедия материалдарын өйрәнә башлауы хаҡында ла хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru

«Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһендә һәр кем ҡатнаша ала
«Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһендә һәр кем ҡатнаша ала
Автор:
Читайте нас