

Фермерҙар – райондың тотҡаһы тиергә лә булалыр, моғайын. Улар тарҡалып, бушап ҡалған фермаларҙы төҙөкләндереп, яңыларын һалып, мал-тыуар аҫраған, ер эшкәрткән ябай эшселәр генә түгел, ә ауыл тормошона яңы һулыш өҫтәүселәр, халыҡты эш менән дә тәьмин итеүселәр бит әле.
Тулыбай ауылындағы Арыҫлановтарҙың фермер хуҗалығы 2014 йылда ойошторола. Хужалыҡ башлығы Рәфил Марат улы менән әңгәмә барышында иген культураларының уңышы, күпме мал аҙығы әҙерләнеүе, малдарҙың хәле, етештергән продукцияны һатыуҙың нисек ойошторолоуы менән ҡыҙыҡһындыҡ.
- Быйылғы йыл аграрийҙар өсөн ярайһы булды. Хужалыҡ әйләнешендә 700 гектар һөрөнте ер бар, унда арпа, һоло, бойҙай, көнбағыш кеүек культуралар үҫтерҙек. Бойҙай уңышы уртаса алғанда гектарынан 15 центнер тәшкил итте. Халыҡҡа таҙартылған ашлыҡ һаттыҡ, элеваторға ла оҙаттыҡ, мәҫәлән, Приют элеваторына 100 тонна иген тапшырҙыҡ, шулай уҡ 100 гектарҙағы көнбағышты йыйып, Шингәккүлгә иттек. Булған техниканы ҡарап һаҡлауға ҡуйҙыҡ, быйыл хужалыҡҡа тағын бер яңы техника ҡайтарылды - МТЗ-82 Белорусь тракторы. Беҙҙең механизаторҙар Руслан Вәлишин, Флүр Солтанов, Миневәли Йосопов, Камил һәм Шамил Биғәлиевтарҙың эшенә һүҙ тейҙерерлек түгел. Улар ҙа пенсия йәшендә инде, артабан эшләргә кеше табылырмы?, – тип, уй-кисерештәре менән уртаҡлаша фермер.
Күпселек ауыл кешеләре урындағы фермерға үҙҙәренең ерҙәрен арендаға биргән, ул ашлыҡ менән иҫәп-хисап яһаған, халыҡҡа 2-шәр центнер бирелгән. Киләһе йыл сәсеү өсөн орлоҡ етерлек һалынған, келәттәрҙәге ярайһы уҡ туҡ бойҙай һәм башҡа иген запасы быны асыҡ күрһәтә. Алдағы йыл уңышы өсөн 120 гектар ерҙә ужым бойҙайы, 97 гектар майҙанда арыш сәселгән дә инде. Йылдан-йыл баҫыу майҙанын арттырыуға ирешкән фермерҙың киләсәктә яҫмыҡ борсағы (чечевица) үҫтереп ҡарарға ла ниәте бар.
Барлыҡ хеҙмәттәштәре кеүек үк, эш башлағанда Рәфил Марат улына төрлө ауырлыҡтар менән йөҙгә-йөҙ осрашырға ла, ярайһы ғына уңыш үҫтереп алып һөйөнөргә лә, йәки кисектергеһеҙ мәсьәләләрҙе хәл итергә лә – ҡыҫҡаһы, һөйөнөргә лә, көйөнөргә лә тура килә. 2017 йылда Арыҫлановтарҙың фермаһы янып, 25 баш һыйыр малы һәләк була, әммә ныҡышмалалыҡ менән улар бар ауырлыҡтарҙы еңеп сыға.
Бөгөнгө көндә шәхси хужалыҡта баҫыу эштәре тамамланған, алда яуаплы осор – малдарҙы ҡышлатыу бурысы тора. Быны яҡшы аңлаған фермерҙың хужалығында мал аҙығы һәр саҡ артығы менән әҙерләнә. Бер-бер артлы теҙелгән эҫкерттәргә күҙ һалғанда ла, ысынлап та, бесән мул булган. Ни тиһәң дә, Арыҫлановтарҙың шәхси хужалығында йөҙҙән ашыу һарыҡ, күпләп һыйыр малы аҫрала, шулай уҡ аттар һәм ҡош-ҡорт үрсетелә.
- Беҙҙең 45 һауын һыйыры бар, уларҙы ауыл көтөүенә ҡуштыҡ һәм сират буйынса көтәбеҙ, бөгөн беҙҙә көтөүҙең һуңғы көнө, - тип, көндәлек эштәр менән таныштыра хужа кеше. - Ауылдашым Рахматуллин Рәмис малдар өсөн яуаплы, йәйгеһен көтөү көтә һәм ҡышын да уларҙы ҡарай. Һауынсы Инна Витальевна Солтанова заманса ҡоролмаларға көйләнгән аппарат ярҙамында һыйырҙарҙы һауа. Көндәлек һауымды Бәләбәй һөт комбинатының машинаһы килеп ала, көн һайын 570 литр һөт оҙатабыҙ, уның литрын 26 һум менән алалар. Шулай уҡ ауылдаштарҙан һәм Хомутовка фермеры Ольга Әхмәтова ла беҙгә һөт тапшыра.
Билдәле булыуынса, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең ялы ла, байрамдары ла юҡ. Хужалыҡтағы бихисап һыйыр малынан тыш, ихаталағы ҡаҙҙар һәм күркәләр ҙә иғтибар талап итә. Оло хужалыҡта һәр кемгә эш табыла.
- Ҡатыным Ольга Николаевна Тулыбайҙағы үҙебеҙҙең шәхси магазинда көн оҙоно һатыу итә, беҙҙең менән ҡатынымдәң әсәһе Раиса Петровна йәшәй, әсәйем менән улар икеһе ашарға әҙерләй. Яҙҙан алып көҙгө эштәр тамамланғансы, эшселәрҙе көнөнә ике тапҡыр бушлай ашатабыҙ. Балаларыбыҙға килгәндә, улыбыҙ Владислав Башҡорт аграр университетын тамамлап, агроном дипломы алды. Ул үҙ ғаиләһен ҡорҙо һәм Краснодар өлкәһенә эшкә китергә йыйына. Ҡыҙыбыҙ Эвелина Мәскәү филиалының Өфөләге финанс университытына уҡырға керҙе, әлегә беренсе курста, - тип, ғаиләһе тураһында һөйләй ул.
Фермерҙың тырыш хеҙмәте районда ғына түгел, хөкүмәт тарафынан да юғары баһаланған. 2015 йылда ит һәм һөт продукцияһын етештереүҙә ҙур күрһәткестәргә ирешкәне өсөн Тулыбай фермеры Рәсәй Федарацияһының Ауыл хужалығы министрлығының көмөш миҙалы менән бүләкләнгән. Һәр тотонған эшен еренә еткереп өйрәнгән Рәфил Марат улына яҡташтары ҙур ышаныс бағлай, ул өсөнсө тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайланған. Йомош төшөп мөрәжәғәт итеүсе һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер ул, улай ғына ла түгел, Арыҫлановтар ауылдағы байрамдарҙы үткәреү өсөн дә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
Әлбиттә, фермер булыу, үҙ хужалығыңды алып барыу – ауыр, тынғыһыҙ хеҙмәт. “Фермер булыу еңелме?” – тигән һорауға: “Йоҡлап ятмаҫҡа, эште яратырға, тырышырға кәрәк, шул ваҡытта ғына уңышҡа ирешергә мөмкин,” – тип яуап бирҙе ул.
Эйе, район фермерҙарына эштә уңышҡа ирешеү өсөн тап бына шул сифаттар ярҙам итә лә инде.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотолары.