

Был крәҫтиән (фермер) хужалығында ныҡлы хеҙмәт династияһы формалаша, КФХ башлығы Рәил Әхәт улы Зәкиев менән бергә ҡатыны һәм туғаны эшләй.
— Мин ауылда тыуып үҫтем. Һөнәрләребеҙ буйынса беҙ ҡатыным менән икебеҙ ҙә экономист. «Южный» совхозында баш экономист булып эшләй башланым, ә ҡатыным Айытта үҙ һөнәре буйынса эшләне. Фермер хужалығын 1993 йылда атайыбыҙ Әхәт Мөхәммәт улы формалаштыра башланы. Ә 2011 йылда хужалыҡ беҙҙең ҡулдарға күсте. Артабан фермер хужалығы минең тормош иптәшем Гүзәл Ғаяз ҡыҙы исеменә яҙылды. Туғаным Вил Әхәт улы комбайнда эшләй, ул hөнәре буйынса агроном, — тип һөйләй Рәил Әхәт улы.
Уларҙың дөйөм ер майҙаны 1116 гектар тәшкил итә. Шуларҙың 660 гектарын быйыл иген культуралары биләгән: ужым бойҙайы, ужым арышы, һабан боҙайы, арпа, һоло. 340 гектарда майлы культуралар: көнбағыш hәм етен сәселгән. Баҫыуҙарҙан уртаса уңыш гектарынан 17,6 центнер тәшкил итә.
— Техника менән беҙ тулыһынса тәьмин ителгән. Эшләгән йылдар эсендә Т-150 тракторын, өс МТЗ «Беларус» тракторын һатып алдыҡ. Хужалыҡта 120 һыйыр малы аҫрала, шуларҙың 60-ы һауын һыйыры. Һөттө һөт заводына тапшырабыҙ, — тип һөйләй хужалыҡ тормошо тураһында Рәил Әхәт улы. — Беҙҙең барлыҡ эшселәребеҙ — бындағы егеттәр. Рәсми рәүештә беҙҙә дүрт кеше эшләй, ә сезонлы эшкә башҡаларҙы ла йәлеп итәбеҙ. Хужалыҡта тырыш hәм яуаплы эшселәр эшләй. Уларҙың береһе — Анатолий Колесников фермала мал ҡарай. Ул беҙҙә күптән эшләй. Иген культураларын йыйып бөттөк. Быйыл уңыш яҡшы булды. Ужымдар 200 гектарҙа сәселде. 560 гектар ерҙе һөрҙөк. Әле бар эштәр ҙә тамамланды. Техниканы ҡышҡы һаҡлауға ҡуйҙыҡ. Бөгөнгө көндә беҙҙең хужалыҡт – берҙән-бер проблема — хаҡтарҙың үҙгәреп тороуы. Ләкин беҙ төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ, был проблемаға ҡарамай эшләйбеҙ. Һаҡлыҡ булғанда, эшләргә кәрәк, айырыуса техника менән дә тәьмин ителгәс. Беҙ ауылда үҫкәнгә hәм бала саҡтан ауыл хужалығында эшләп өйрәнгәнгә күрә, бирешергә йыйынмайбыҙ, — ти Рәил Әхәт улы.
Наилә СӘБӘХОВА.
Фото Рәил Зәкиевтың шәхси архивынан.