Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
7 Ноябрь 2023, 07:00

Рәсәйҙә Бәхет министрлығы буласаҡ

Рәсәйҙә дөйөм бәхет тураһында закон ҡабул итергә һәм тейешле «министрлыҡ» булдырырға кәрәк. Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко шундай тәҡдим яһаны.

Рәсәйҙә Бәхет министрлығы буласаҡРәсәйҙә Бәхет министрлығы буласаҡ
Рәсәйҙә Бәхет министрлығы буласаҡ

"Әйҙәгеҙ, Рәсәйҙә Бәхет министрлығы булдырайыҡ. Мин ошо хаҡта хыялланам һәм тәҡдим итәм. Уның аша барлыҡ ҡарарҙар, закондар үтәсәк һәм Хөкүмәттең яңы ҡарары йәки законы кешеләрҙе бәхетлерәк итәме-юҡмы икәнен билдәләнәсәк» - тине Матвиенко «Рәсәй» Халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә «Белем» йәмғиәте марафонында сығыш яһағанда.

Ул был мәсьәләлә бәләкәй «ярҙам төркөмө» бар, тип ышандырҙы.

2018 йылда Матвиенко өлкәндәр менән эшләй алырлыҡ «Яңғыҙлыҡ министрлығы» булдырырға тәҡдим иткәйне. Парламент Рәйесе быны Бөйөк Британияла Яңғыҙлыҡ министры вазыйфаһы булдырылғандан һуң тәҡдим итә.

2020 йылда Камчатка крайы губернаторы Владимир Солодов төбәктә «Бәхет министрлығы» - Социаль именлек һәм ғаилә сәйәсәте министрлығы булдырыласаҡ, тип белдерҙе. Ул ваҡытта ул уның «рәнйетелгәндәр һәм мохтждар министрлығынан» китеү өсөн мөһим булыуын әйтте.

Фото: "РИА Новости"

kiziltan.ru

Рәсәйҙә Бәхет министрлығы буласаҡ
Рәсәйҙә Бәхет министрлығы буласаҡ
Автор:
Читайте нас