Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
9 Ноябрь 2023, 04:41

Илдең тулы хоҡуҡлы граждандары

Бишбүләк районының йәш граждандарына паспорттар тапшырыу тантанаһы уҙҙы

Илдең тулы хоҡуҡлы граждандарыИлдең тулы хоҡуҡлы граждандары
Илдең тулы хоҡуҡлы граждандары

7 ноябрҙә ун дүрт йәше тулған 13 йәш граждан Бишбүләк районы хакимиәтендә үҙҙәренең төп документын — паспорт алды.

Балаларға шeхесте hәм Рәсәй гражданлығын раҫлаусы рәсми документты район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр hәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Алексей Данилов, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса урынбаҫары Игорь Мышов тапшырҙы.

Алексей Александрович йәш граждандарҙы беренсе документтарын алыуҙары менән ҡотланы hәм хәҙер мәктәп уҡыусыларының хоҡуҡтары ғына тyгел, бурыстары ла барлығын билдәләп үтте, паспортты һаҡларға саҡырҙы, шулай уҡ балаларға уңышлы уҡыу hәм барлыҡ эштәрҙә уңыштар теләне.

Игорь Федорович паспорт алыу ҙур тормошҡа беренсе аҙым булыуын билдәләп үтте hәм бирелгән документҡа һаҡсыл ҡарашта булырға саҡырҙы. Балаларҙың тормошондағы мөһим ваҡиға менән ҡотларға уларҙың ата-әсәләре лә килде.

Балаларға шулай уҡ Конституцияның экземплярҙары hәм яңы документ өсөн тышлыҡ тапшырылды. Йәш граждандар ант ҡабул итте, РФ Конституцияһын теүәл үтәргә, дәүләт hәм йәмғиәт файҙаһына Рәсәй гражданины бурыстарын үтәргә, шулай уҡ илдың традицияларын hәм мәҙәниәтен хөрмәт итeргә вәғәҙә итте.

Сара балаларҙың ата-әсәләре, Алексей Данилов hәм Игорь Мышов менән иҫтәлекле фотоға төшөү менән тамамланды.

Наилә СӘБӘХОВА.

Автор фотоһы.

Илдең тулы хоҡуҡлы граждандары
Илдең тулы хоҡуҡлы граждандары
Автор:
Читайте нас