

Районыбыҙҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында алып барылған эштең туҡтап торғаны ла юҡ. Был йәһәттән Ҡаныҡай мәҙәниәт йортонда ла эш дауам итә. Ауылдың бер төркөм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары маскировка селтәрҙәре үрә. Был мөһим һәм кәрәкле эштең башында Әминә Абдрахманова тора.
- Беҙ махсус мобилизацияла йөрөүселәр өсөн февраль айында уҡ маскировка селтәрҙәре үрергә тотондоҡ. Иң тәүҙә Алһыу Муллағолова Дүсән ауылы ҡатын-ҡыҙҙарынан сеткә үрергә өйрәнеп ҡайтты. Мәҙәниәт йортонда 3*6 ағас станоктар ҡуйылды. Яҙғы баҡса эштәре башланғас, бер аҙ туҡтап торҙыҡ, шул ваҡытта ла бер нисә маскировка халаты (кикимора) эшләнек әле. Уның өсөн өйҙән алып килгән һарғылт, һоро-йәшел һәм камуфляж төҫөндәге туҡымалар, етен ептәр ҡулландык. Әлбиттә, сетка үреү тиҙ генә була торған нәмә түгел. Эшсе ҡулдар ҙа күп кәрәк. Шулай ҙа, күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигәндәй, хәҙер инде оҫтарҙыҡ, - ти, был эштәрҙең башында тороусы Әминә Миндеғәли ҡыҙы.
Беренсе көндәрҙән үк маскировка селтәрҙәре үреүгә йөрөгән Мәрйәм Хәкимова, Светлана Хәйруллина, Илгизә Шакирова, Вәхизә Хөсәйенова айырым хөрмәткә лайыҡ. Роза Нафиҡова иһә өйөндә балалары менән бергә ленталарҙы киҫеп әҙерләп алып килгән. Бер аҙҙан был изге эшкә Фазила Бәхтиәрова, Ғамилә Батраева, Зөлфиә Ғәлләмова, Сиренә Әсфәндиәрова һәм Ильвира Буранғоловалар ҡушылған һәм күмәк булғас, эште ике сменала башҡарғандар. Ни тиһәң дә, ярҙамға килеүселәрҙең туғандары, таныштары хәрби операция территорияһындә хеҙмәт итә.
- Былтыр октябрь айынан башлап, гуманитар ярҙам ебәрелгән һайын, махсус мобилизациялағы яҡташтарыбыҙ өсөн посылкалар әҙерләп ебәрҙек. Беренсеһендә йылы кейемдәр, йоҡо тоҡтары, дарыуҙар һалдыҡ, госпиталдәгеләр өсөн дә посылка йыйылды. Ауылдаш өс егеткә – Айгиз Хәсәнов, Денис Әсфәндиәров, Фаил Ҡасимов өсөн махсус посылка әҙерләп һалдыҡ. Махсус мобилизацияла йөрөгән һалдаттарға тепловизор һәм колиматорҙар һатып алыу өсөн бер-ике көндә халыҡтан 160 мең аҡса йыйылды. Бынан тыш, М.Достовалов батальонында хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙ Фидан Шәрәфетдинов менән Флорит Халиҡовты ла ярҙамһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Улар өсөн дә кәрәкле әйберҙәр йыйҙыҡ, аҡса ла ебәрҙек. Даими посылкалар әҙерләүҙә ауылдаштарҙың ярҙамы ҙур булды, кемдер аҡса күсерҙе, кемдер продукция килтерҙе, бигерәк тә, һуңғыһында халыҡ әүҙем булды. Һәммәһенә лә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, - тип, үҙенең теләктәрен еткерә Әминә апай.
Ҡаныҡай ауылының ҡатын-ҡыҙҙары махсус мобилизациялағылар өсөн барлығы 13 маскировка селтәрҙәре әҙерләп ебәргән. Селтәр үреүгә материалдар менән уларҙы район үҙәгендәге “Бишбүләк - фронту” ирекмәндәр төркөмө тәьмин итә. Ошо көндәрҙә улар яңы заказ көтә, ә эште еңеләйтеү өсөн, интернет аша лента киҫә торған электр бысағына заказ биргәндәр. Бикҡол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла, ҡаныҡайҙар кеүек, ир-егеттәребеҙ яҙмышына битараф түгел, уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, маскировка селтәрҙәре үрергә тотонған.
- Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ. Маскировка селтәрҙәре лә үрелер, кәрәк икән, йылы ойоҡбаштар ҙа бәйләнер, башҡалары ла әҙерләнер. Иң мөһиме: махсус операцияла булған егеттәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын. Беҙ уларҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, - ти Ҡаныҡай ауылының мәрхәмәтле ҡатын-ҡыҙҙары.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Фотолар Әминә Абдрахманованың шәхси архивынан