Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
12 Ноябрь 2023, 04:53

12 ноябрь - ҡарабаш турғайҙар көнө

Мәктәп уҡыусылары ҡоштар өсөн тағараҡтар яһап элде. 

12 ноябрь - ҡарабаш турғайҙар көнө12 ноябрь - ҡарабаш турғайҙар көнө
12 ноябрь - ҡарабаш турғайҙар көнө

Һалҡын көндәр башландымы, башҡа ваҡытта күҙгә күренмәгән теремек ҡарабаш турғайҙар кешеләр йәшәгән ергә яҡыныраҡ килеп урынлаша. Һынамыштар буйынса, 12 ноябрҙә был ҡошсоҡтар ауыл һәм ҡалаларға яҡын килә. 

Ул бөтә турғайҙар араһында иң сосо һәм етеҙе булып һанала. Уның бер ваҡытта ла тик ултырғанын күрмәҫһең. Был ҡоштар — урман санитарҙары. Ул бер ағасты әллә нисә тапҡыр урап сыға. Япраҡ, ҡабыҡ аҫтынан, ярыҡ­тар­ҙан бөжәктәрҙе, уларҙың ҡарышлауыҡ, ҡурсаҡ һәм йомортҡаларын сүпләп ашай.

Ҡарабаш турғайҙарҙы хәстәрләп, Ф.Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбе уҡыусылары, шулай уҡ Йылбулаҡтамаҡ мәктәбендә белем алыусы ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡоштар өсөн тағараҡтар яһап элде. Ҡышҡы һыуыҡ көндәр ҡоштар өсөн ҡурҡыныс булмаҫ: уҡыусылар уларға ем һалып торор. 

https://vk.com/club43415916

12 ноябрь - ҡарабаш турғайҙар көнө
12 ноябрь - ҡарабаш турғайҙар көнө
12 ноябрь - ҡарабаш турғайҙар көнө
12 ноябрь - ҡарабаш турғайҙар көнө
12 ноябрь - ҡарабаш турғайҙар көнө
Автор:
Читайте нас