-28 °С
Болотло
Күрәгә емештәр араһында иң файҙалыһы һанала. Ул тимер, кальций, калий, каротин, фосфор, В төркөмө витаминдарына бай. Йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология ауырыуҙарын киҫәтергә ярҙам итә.
Инҗир шулай уҡ яман шешкә ҡаршы көрәшә. Ҡалҡанһыман биҙ һәм ашҡаҙаны-эсәк тракты эшсәнлеген яҡшырта, бронхиттан ярҙам итә, эсәклекте таҙарта, эс ҡатыуҙан файҙаһы бар.
Ҡара емеш эсәклек эшсәнлеген яйға һала, эс ҡатыуҙан ярҙам итә. Уның дауалау үҙенсәлеге сливанан юғарыраҡ. Табиптар ревматизм, бөйөр ауырыуҙары, атеросклероз, гипертония борсоғанда, ҡара емеш ашарға кәңәш итә. Уның күҙ күремен яҡшыртыуы ла иҫбатланған.