-33 °С
Ясна
“Башгидрометүҙәк” хәбәр итеүенсә, бөгөн, 15 ноябрҙә, республикала төндә һәм иртән ҡар ҡатыш ямғыр яуа, шулай уҡ көндөҙ ҙә урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Ел көньяк-көнбайыштан талғын иҫәсәк. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -1,+4 градус тәшкил итәсәк.
Шаршамбы, 16 ноябрҙә, епшек ҡар яуасаҡ. Ел көньяк-көнбайыштан талғын иҫәсәк. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -3,+2°.
17 ноябрҙә республика синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса яуым-төшөм күбеһенсә епшек ҡар рә-ешендә көтөлә, айырым райондарҙа ағастарға һәм электр чсыбыҡтарына епшек ҡар һырынтылары ятасаҡ , юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар өйөмдәре хасил буласаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын иҫәсәк. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -3,+2 градус көтөлә.