Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ноябрь 2023, 11:49

Иммунитетты күтәреү өсөн шәп сара

Бының өсөн лимонлы-имбирлы джем яһап алайыҡ

Иммунитетты күтәреү өсөн шәп сара
Иммунитетты күтәреү өсөн шәп сара
Был ҡатнашма иммунитетты ғына күтәреп ҡалмайынса, һалҡын тейеүҙән дауалай, өҫтәүенә баш ауыртыуын да баҫарға ярҙам итә. Бынан тыш, организмды холестериндан, төрлө паразиттарҙан таҙарта, йәшәртә, ябыҡтыра ла икән.
Сәләмәтлек ҡатышмаһы өсөн ингридиенттар:
✅ имбир (тамыры) — 300 грамм;
✅ҡабығы менән бер-ике лимон;
✅бал — 150-200 грамм.

✅Тәүҙә имбирҙы ҡабығынан таҙартып уртаса ҡырғыста ҡырырға йәки ит тартҡыстан сығарырға кәрәк
✅Лимонды ҡайнар һыу менән бешекләйбеҙ, төштәрен алып, ваҡ ҡына итеп турайбыҙ.
✅ Имбир менән лимонды бергә бутайбыҙ ҙа, шуның өҫтөнә бал ҡушып, яҡшылап болғатабыз.
✅Килеп сыҡҡан массаны быяла һауытҡа тултырып һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Уны 2 айға тиклем һаҡларға була.
Әлеге витаминлы ҡатышманы иртән ас ҡарынға 1 сәй ҡалағы күләмендә ҡулланырға кәрәк.
Имбир, лимон, балдан яһалған был ҡатышманы көн дә ҡулланып, дарыуханалағы витаминдар, вирустарга ҡаршы төрлө ҡиммәтле препараттар тураһында оноторға мөмкин, ти белгестәр.
Ауырыуҙарға ҡаршы торайыҡ, сәләмәт булайыҡ! (Рецепт "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән)
 
https://vk.com/wall-37933420_34348
 
Иммунитетты күтәреү өсөн шәп сара
Иммунитетты күтәреү өсөн шәп сара
Автор:
Читайте нас: