Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ноябрь 2023, 09:29

2024 йылда Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы артасаҡ!

Дәүләт Думаһы 2024 йылда уны 18,5% ҡа арттырыу тураһында закон ҡабул итте!

2024 йылда Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы артасаҡ!
2024 йылда Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы артасаҡ!

МРОТ айына 19 242 һум тәшкил итәсәк.

Дәүләт Думаһы II һәм III уҡыуҙа 2024 йылда минималь хезмәт хаҡын (МРОТ) 18,5% ҡа 19 242 һумға ҡәҙәр арттырыу тураһында закон ҡабул итте. Был хаҡта ТАСС яҙа.

Хәтергә төшерәйек, бөгөнгө көндә илдә МРОТ 16 242 һум тәшкил итә. Ҡабул ителгән закон 4,8 млн кешенең хеҙмәт хаҡын арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Элегерәк Дәүләт Думасы депутаттары МРОТ дәрәжәһенән түбән булмаған стипендиялар тураһында закон проектын әҙерләгәйне. Быйыл юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн стипендия күләме — айына 1 825 һум.

Башинформ.

2024 йылда Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы артасаҡ!
2024 йылда Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы артасаҡ!
Автор:
Читайте нас: