Дим буйҙары
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ноябрь 2023, 09:18

Һаҡсыл технологиялар ҡулланаһығыҙмы?

«Вэй Пак» компанияһы етештереү ҡеүәтен арттырған.

Һаҡсыл технологиялар ҡулланаһығыҙмы?
Һаҡсыл технологиялар ҡулланаһығыҙмы?

Өфөнән «Вэй Пак» ҡатырғы ҡаптар етештереүсе компанияның пилот участкаһында етештереү ҡеүәте 10 процентҡа артҡан. Был иһә “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) буйынса һаҡсыл технологияларҙы индереү һөҙөмтәһендә өлгәшелә. Был турала Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы хәбәр итә.  

 Пилот участкаһында яңылыҡтарҙы предпрятие хеҙмәткәрҙәре һәм төбәк компентенциялар үҙәге эксперттары ярты йыл дауамында индергән.  

Проект башында диагностика эшләнә, уның барышында 100 етешһеҙлек асыҡлана. Улар араһында һаҡлау урыны етмәүе, яҡтыртыу кимәле насарлығы, заказдарҙы дөрөҫ планлаштырмау, яңы хеҙмәткәрҙәрҙең әҙерлеге булмауы, графикты үтәмәү һәм башҡа кәмселектәр бар. Хәҙер ошо проблемаларҙы хәл итеү планлаштыра.

-Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм барлыҡ төр юғалтыуҙарҙы кәметеү штаттың булған көсө һәм производство ҡеүәттәре менән предприятиеға ҙурыраҡ күләмдә продукция етештерергә мөмкинлек бирә. Беҙ яңы тәжрибәнән ҡурҡмаҫҡа һәм милли проектҡа ҡушылып эште һөҙөмтәлерәк итергә кәңәш итәбеҙ, - тине төбәктең иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә йыллыҡ хеҙмәт етештереүсәнлеген биш процентҡа күтәреү өсөн шарттар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бизнесҡа ярҙамға саралар комплексы ла билдәләнгән. Шул иҫәптән финанс яҡтан дәртләндереү һәм эксперт консультациялары. Милли проекттар 2019 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

https://bashgazet.ru/

Һаҡсыл технологиялар ҡулланаһығыҙмы?
Һаҡсыл технологиялар ҡулланаһығыҙмы?
Автор:
Читайте нас: