Яңы йылдан һуң унда «ИрАэро» авиакомпанияһы самолеттары оса башлаясаҡ Бының өсөн 156 пассажир һыйҙырышлы "Airbus A319" самолеттары файҙаланыла. Юлға ике сәғәт самаһы ваҡыт китәсәк.
«Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тәүлегенә Башҡортостандың баш ҡалаһынан Мәскәүгә 13 рейс буласаҡ.
«Азимут» авиакомпанияһы Дондагы Ростов - Волгоград - Өфө рейсын асты. Осоштар 18 ғинуарҙа 100 пассажир һыйҙырышлы "Sukhoi Superjet" 100 самолетында башлана.
2021 йылдың аҙағына ҡәҙәр Өфөнән Волгоградҡа осоштарҙы "Utair" авиакомпанияһы ойошторған. Хәҙер был рейстар туҡтатылған.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынған фото.