-4 °С
Болотло
Ҡамыр өсөн:
0,5 кг он
250 гр.ҡаты аҡ май
150 мл ҡаймаҡ
шәкәр пудраһы
Эслек әҙерләү:
Тәүҙә иләнгән онға аҡ май киҫәктәрен һалып ыуабыҙ.
Ҡаймаҡ өҫтәп йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамыр әҙер булғас, 1-2 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Төнгөлөккә ҡалдырырға ла мөмкин.
Һыуытҡыстан алып ярты сәғәт өҫтәлдә тотабыҙ.
Шунан уны өс-дүрт өлөшкә бүләбеҙ. Башта бер өлөшөн йәйеп, 7х7 размерында ҡырҡып, эсенә ҡайнатма төрәбеҙ. Уны кифлик формаһында әүәләйбеҙ.
200 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 15-25 минут бешерәбеҙ.
▪️Өҫтәре алһыуланғансы. Әҙер ризыҡҡа шәкәр пудраһы һибәбеҙ.
☕Сәйегеҙ тәмле булһын💚