1 йомортҡа, 40 грамм шәкәр ҡомо, 200 грамм эремсек, 180 грамм он, 1 бәләкәй ҡап ванилле шәкәр, 1 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс, бер семтем тоҙ.
Эслек өсөн: 40 грамм теләһә ниндәй повидло.
Йомортҡа, шәкәр ҡомо, тоҙ, ванилле шәкәр, үҫемлек майын бергә ҡушырға. Эремсек һалырға (ул ҡоро булырға тейеш), он, ҡамыр ҡамыр йомгартҡыс өҫтәп, йомшаҡ ҡамыр баҫырға.
Ҡамырҙы кескәй өлөштәргә бүлергә (яҡынса 18 киҫәк сыға). Шарсыҡтар әүәләргә, түңәрәктәр йәйергә. Уртаһына кескәй уйынтыҡ яһарға (майонез ҡапҡасын ҡулландым) һәм ҡырыйҙарын сәскә таждары кеүек киҫкеләргә, остарын матурлап семтеп сығырға. Уртаһындағы уйынтыҡҡа повидло һалырға.
Печеньеларҙы 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 15-20 минут бешерергә.
Гөлнара ГАБДУЛЛИНА.
https://im-tatar.ru/2022/04/1361