Дим буйҙары
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ноябрь 2023, 07:56

Бүлмә гөлдәрен тәрбиәләү

Гөл өсөн иң мөһиме – һыу. Һыу менән бергә туҡландырғыс ашлама ла инергә тейеш үҫемлек тупрағына.

Бүлмә гөлдәрен тәрбиәләү
Бүлмә гөлдәрен тәрбиәләү

❇Шәкәр бүлмә гөлдәре өсөн тәбиғи ашлама булып тора. Уның глюкозаға һәм фруктозаға тарҡалғаны билдәле. Глюкоза үҫеү процесын тиҙләтә, үҫемлектең тамырын, һабағын көслөләндерә. Бүлмә йылылығындағы ярты литр һыуға бер ҡалаҡ  шәкәр болғатып һипкәндә, гөлдәр өсөн бик яҡшы туҡландырғыс ашлама килеп сығасаҡ.
❇Кастор майы ла сәскә атасаҡ гөл өсөн бик һөҙөмтәле сара. Бер литр һыуға бер балғалаҡ май һалып һибеп торғанда, гөлдәр шәберәк үҫә, япраҡтары ҡуйы, сәскәләре матур була, сирҙәргә бирешмәй.
❇️Ағас көлө ашлама булараҡ борон-борондан билдәле. Ул үҫемлектәрҙе төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлау өсөн һөҙөмтәле сара булараҡ танылған. Көлдө һыуға ҡушып һалырға. Әллә ни күп тә кәрәкмәй: 100-150 г көлдө бер биҙрә һыуҙа иретеп әҙерләргә. Бындай ашлама ҡулланыуҙы айына бер тапҡырҙан арттырмаҫҡа.
❇️Әфлисун, башҡа цитрустарҙың, гранат ҡабыҡтарын ташларға ашыҡмағыҙ – уларҙа файҙалы туҡландырғыс матдә бар. Ҡабыҡтарға һыу ҡойоп, тәүлек буйы төнәткәндән һуң – ашлама әҙер.
❇️Ике айға бер тапҡыр һыуға аспирин иретеп  һибеп алыу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирер, ти, сәскә үҫтереүселәр. Ғәҙәттә, бер төймәсек дарыуҙы бер литр һыуҙа иретеп ҡулланалар.
❇️Алоэ һуты – тәбиғи ашлама, үҫемлектең тиҙ утығып, үҫеп китеүенә булышлыҡ итә.  Уны йыш ҡулланғанда гөлдәр төҫлө йәшел япраҡтары, эре матур сәскәләре менән күҙҙәрҙе ҡыуандырып ултырыр. Ярты литр һыуға бер балғалаҡ алоэ һуты ҡушырға.
❇️Һөттө ашлама булараҡ ҡулланғанда ла, һөҙөмтәһе күҙгә күренеп торасаҡ: уны бер литр  һыуға бер балғалаҡ һалып болғатып һибергә була. Унан тыш, һөт менән һыуҙы 1:10 иҫәбендә алып, гөлдәрҙең япраҡтарын таҙартырға мөмкин. Аҙнаһына бер тапҡыр шулай эшләгәндә, япраҡтар күҙҙең яуын алырлыҡ буласаҡ.  

https://vk.com/bashkortvk

Бүлмә гөлдәрен тәрбиәләү
Бүлмә гөлдәрен тәрбиәләү
Автор:
Читайте нас: