Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ноябрь 2023, 07:50

Былтырғынан күберәк төҙөлгән

Быйыл 10 айҙа Башҡортостанда 2,6 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа ингән.

Былтырғынан күберәк төҙөлгән
Былтырғынан күберәк төҙөлгән

Федераль дәүләт статистикаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл 10 айҙа республикала 2,6 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа ингән. Был, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 5,2 процентҡа күберәк. Айырым алғанда, мәҫәлән, октябрҙә 227,5 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.

- 10 ай мәғлүмәттәренә ҡарағанда, торлаҡты сафҡа индереү йәһәтенән ыңғай үҫеш күрәбеҙ. Маҡсатыбыҙ – торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереү күләмен арттырыу һәм йылды былтырғынан кәм булмаған кимәлдә тамамлау, - тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Егор Родин.

Ғинуар – октябрь айҙарында республика халҡы тарафынан 14,2 мең квадрат метр шәхси торлаҡ төҙөлгән һәм дөйөм майҙан 1 миллион 749,8 мең квадрат метр тәшкил иткән. Был, былтырғы 10 ай менән сағыштырғанда, 5,2 процентҡа күберәк. Төҙөлөш ойошмалары тарафынан 852,9 мең квадрат метр сафҡа индерелгән. Был, 2022 йылдың ғинуар – октябрь айҙары менән сағыштырғанда, 5,4 процентҡа күберәк.  Халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү – Рәсәй Президенты Вдадимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарының береһе.

Фото, сығанаҡ: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/58279

https://bashgazet.ru

Былтырғынан күберәк төҙөлгән
Былтырғынан күберәк төҙөлгән
Автор:
Читайте нас: