Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ноябрь 2023, 16:05

Яугиргә халыҡ артисы исеме бирелде

Радик Динәхмәтов үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткәйне.

Яугиргә халыҡ артисы исеме бирелде
Яугиргә халыҡ артисы исеме бирелде

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе күңелле ваҡиғанан башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға төрлө дәүләт наградалары тапшырҙы.

Бүләкләнеүселәр араһында Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, йәй көнө доброволец булып махсус хәрби операцияға киткән Радик Динәхмәтов тә бар ине. Ул “Башҡортостандың халыҡ артисы” исеменә лайыҡ булды.

“Был - ысын ир-егеттең аҙымы. Ул доброволец булып барырға һәм үҙенең хәрби бурысын үтәргә ҡарар итте”, – тине Радий Хәбиров уға бүләген биреп.

– Беҙ унда аныҡ, ипләп, ә кәрәк булһа, ҡаты итеп һуғышабыҙ. Беҙ бөтәбеҙ ҙә һеҙҙең: “Алға, Башҡортостан!” тигән һүҙҙәрегеҙҙе хәтерҙә тотабыҙ, – тине Радик Динәхмәтов.

Яугир Башҡортостан Башлығына үҙе хеҙмәт иткән Таһир Кусимов исемендәге доброволецтар батальоны хәрбиҙәренән үҙенсәлекле бүләк тә тапшырҙы. Ул шапка ине.

“Һеҙ һәр бер батальонды махсус хәрби операцияға оҙатҡан саҡта “Эшләгеҙ, туғандар” тип әйтеп ебәрәһегеҙ. Беҙҙең яугирҙәр алғы һыҙыҡтан һеҙгә ошо шапканы биреп ебәрҙе, унда “Эшләйбеҙ, туған” тип яҙылған”, – тине Радик Динәхмәтов.

"Башинформ". 

Яугиргә халыҡ артисы исеме бирелде
Яугиргә халыҡ артисы исеме бирелде
Автор:
Читайте нас: