+30 °С
Болотло


Маскировкалау селтәрҙәре – киң ҡулланышлы маскировкалау төрө булып тора һәм дошманды алдарға, ориентирҙан талпынырға, позицияларҙы йәшерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ маскировкалау селтәре менән ҡапланған окопты дошман квадрокоптеры күрмәй, ә танктар дошман өсөн тау итәгенә әйләнә. Шуға күрә маскировкалау селтәрҙәре беҙҙең яугирҙәр өсөн мотлаҡ кәрәк. Бөтә Рәсәй буйынса ирекмәндәр был эш менән күптән шөғөлләнә. Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбе хеҙмәткәрҙәре һәм битараф булмаған ауылдаштар ҙа бергәләшеп ошо мөһим һәм изге эшкә ҡушылды.
https://vk.com/club198377257