

Эндоскопия бүлегенә яңы видеоколоноскоп ҡайтарылган, ул пациенттарҙың лайлалы тышсаһының торошон баһаларға һәм яман шеш процесын асыҡларға мөмкинлек бирә.
Эластик торбаның осона бәләкәй видеокамера һәм видеоколоноскоп урынлаштырылған. Тикшеренеү һөҙөмтәһендә эсәклектә патологик шеш табылған. Ваҡытында асыҡланмаһа, ул яман шешкә әүерелә. Ә яңы видеоколоноскоп ярҙамында был проблеманы процедура ваҡытында хәл итеп була.
Видеоколоноскопия, йәки эсәклекте тикшереү — эндоскопик картинаны арттырыу ысулы. Был тикшеренеү ярҙамындә дауаханала ятыу ваҡытын да ҡыҫҡартырға мөмкин. Табиптар 40 йәштән һуң йылына бер тапҡыр тикшеренергә кәңәш итә, сөнки лайлалы тышсалағы полиптар ауыртыуһыҙ барлыҡҡа килә.
Яңы видеоколоноскоп диагностик мөмкинлектәрҙе киңәйтә һәм организмдың иң бәләкәй деталдәрен дә күрергә һәм үҙгәрештәрҙе асыҡларға мөмкинлек бирә.
Фото: “newsbash.ru”