

Беҙҙең районда “Барыһы ла фронт өсөн – Бишбүләк” төркөмө бар, ул махсус хәрби операция зонаһында урынлашҡан һуғышсыларыбыҙға ярҙам итеү өсөн барлыҡ тораҡ пукттарҙа йәшәүселәрҙе берләштерҙе. Исаҡай ауылы халҡы шулай уҡ “Барыһы ла фронт өсөн” девизы аҫтында йәшәй һәм еңеүгә өмөт итә.
Инициатив төркөм етәксеһе Фазыл Ғүмәр улы Вәлиев Бишбүләк ирекмәндәре етәксеһе Алена Васильеваға тәү сиратта ниндәй ярҙам кәрәк икәнлеге тураһында белеште.
Алғы һыҙыҡта тороусы күп кенә егеттәрҙең йыуыныу мөмкинлеге юҡ, уларҙың айҙар буйы һыу күрмәгән ваҡыттары була. Тап бына ошондай хәлдә ҡалғанда, “ҡоро душ” ярҙамға килә. Шулай итеп, Фазыл Вәлиев районда беренселәрҙән армия ҡоро душы өсөн материалдар һатып алды. “Ҡоро душ” әҙерләүҙә Фазыл һәм Резида Вәлиевалар, Гөлназ Идиятуллина, Гөлшат Зиннәтуллина, Сирена Шиһапова, кызы Инзилә белән ҡатнашты. Ике көн эсендә улар был әйберҙе 1000 дана әҙерләнеләр. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, беҙҙең команда дөйөм суммаға (185 һумлыҡ) ике бронежилет, медикаменттар, ике яҡташыбыҙға исемле посылкалар, кейем, шәхси гигиена әйберҙәрен ебәрҙе. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Саиб ӘХМӘТОВ,
Исаҡай ауылы.