Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
22 Ноябрь 2023, 06:08

Тиҙ генә әҙерләнә торған ризыҡ

Бының өсөн йомортҡа, сыр, ләүәш һәм йәшел тәмләткестәр кәрәк буласаҡ. 

Тиҙ генә әҙерләнә торған ризыҡТиҙ генә әҙерләнә торған ризыҡ
Тиҙ генә әҙерләнә торған ризыҡ

1 ләүәш, 2 йомортҡа, 1 помидор, 50 г сыр, үҙебеҙгә оҡшаған специялар йәки укроп, петрушка һ.б. алабыҙ. Ләүәште шаҡмаҡлап йә оҙонсалап турайбыҙ ҙа, уға йомортҡаларҙы һытып туҡыйбыҙ. Ҡырҡылған помидорҙы һәм ҡырылған сырҙы, тәмләткестәрҙе өҫтәп болғатабыҙ. Табаны майлап, оладьи бешергән кеүек, ҡалаҡ менән ҡойоп, ике яҡлап ҡыҙҙырабыҙ.
Иҫ киткес тәмле ризыҡ әҙер! Эшләп ҡарағыҙ – был ризыҡ һеҙҙең ғаилә аш-һыуында мотлаҡ үҙ урынын аласаҡ.

https://vk.com/hakmar.gazeta

Тиҙ генә әҙерләнә торған ризыҡ
Тиҙ генә әҙерләнә торған ризыҡ
Автор:
Читайте нас