Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
22 Ноябрь 2023, 06:11

Тымау, йүтәл йонсотһа...

Ҡыш – һәр төрлө тымау-киҙеүҙәрҙең баш ҡалҡытҡан осоро. Саҡ ҡына өшөү ҙә тымаулауға, артабан оҙайлы йүтәлгә килтереүе ихтимал. Һеҙҙең иғтибарға халыҡ дауаһы серияһынан бер рецепт.

Тымау, йүтәл йонсотһа...Тымау, йүтәл йонсотһа...
Тымау, йүтәл йонсотһа...

Тымауҙан ҡотолоу өсөн беҙгә кәрәк була:
* ярты лимон
* уртаса ҙурлыҡтағы бер баш һуған
* бер ҡалаҡ бал
* бер стакан һыу

Ваҡ итеп туралған һуғанды (ҡайнар һыуға һалабыҙ) 15 минут ҡайнатып алғас, утты һүндереп, биш минутҡа ҡалдырабыҙ. Шунан уға балды ҡушып, иҙелгәнсе болғатабыҙ. Төнәтмәне эсер алдынан ғына ярты лимондың һутын һығабыҙ.

Эсемлекте берәр ҡалаҡлап көнөнә өс тапҡыр ҡулланыу үҙ һөҙөмтәһен күрһәтмәй ҡалмаҫ. Артығын һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Сәләмәт булайыҡ!

Ҙур ғына бер баш һуған, шул сама һарымһаҡ һәм керән тамыры алына. Барыһын да ит турағыс аша үткәрергә йәки блендерҙа иҙергә. Яҡынса ярты литр ҡатнашма килеп сыға. Шул сама бал ҡушып, яҡшылап болғайбыҙ. Йүтәл ныҡ йонсотҡанда, көнөнә өс тапҡыр берәр сәй ҡалағы аш мәлендә ҡабул итергә. Ҡатнашма һыуытҡыста бер йыл боҙолмай һаҡлана ала.

Керән был рецептта мотлаҡ һанала, сөнки ул тын юлдарын, альвеолаларҙы киңәйтә, тын алыуҙы еңелләштерә, астманы иҫкәртә. Әммә ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәре, ашҡаҙандың сей яраһы осрағында шулай уҡ бәләкәй балаларға был рецепт кәңәш ителмәй. Балға аллергияһы булғандар ҙа һаҡ ҡыланырға тейеш.

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан да табип менән кәңәшләшеү зыян итмәҫ.

Фото: vera72.com

https://vk.com/hakmar.gazeta

Тымау, йүтәл йонсотһа...
Тымау, йүтәл йонсотһа...
Автор:
Читайте нас