Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство”) сиктәрендә үткәрелә. Был ваҡиға эшлекле программаны, креатив индустриялар форумын, “Волга буйы” күргәҙмә йәрминкәһен , “Иң яҡшы кәсепсе” республика конкурсын һәм башҡа сараларҙы берләштерә.
-Халыҡ художество кәсептәре өлкәһендәге эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙарға ярҙам итәбеҙ. Сөнки Башҡортостанда быуаттар төпкөлөнән килгән йолалар яҡшы һаҡлана. “Кәсептәр аҙналығы” сараһы оҫталарға уникаль әйберҙәр өлгөләрен күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк, - тип һөйләне республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектының маҡсаты – бизнесҡа төрлө үҫеш этаптарында ярҙам итеү, йәғни старт идеяһынан башлап экспортҡа сығыуға саҡлы булышлыҡ итеү. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-11-23/f-l-k-sep-a-naly-y-t-3533153