Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ноябрь 2023, 19:53

Балам тип тибә йөрәге...

Әсәйҙәр көнө алдынан киң таралған хи­кә­йәтте иҫкә төшөрәйек. Америка ғалимы, уйлап табыусы Томас Эдисондың тормошонда ысын булған хәл тиҙәр уны. 

Балам тип тибә йөрәге...
Балам тип тибә йөрәге...

Малай мәктәптән ҡайта ла әсәһенә хат тоттора. Ғәзиз кешеһе яҙманы асып ҡарағас, ниңәлер күҙ­ҙәре йәшләнә. Унан улына ҡысҡырып уҡып бирә: "Һеҙҙең малайығыҙ – даһи. Мәктәбебеҙ бәләкәй булғанлыҡтан, ундай аҡыллы балаға белем бирерлек уҡытыусы юҡ. Шуға улығыҙҙы өйҙә генә уҡытһағыҙ ине...".

Әсә балаһы менән үҙе шөғөлләнә башлай. Һөҙөмтәлә бер нисә йылдан улы өйҙөң баҙында үҙ ла­бораторияһын асып ебәрә. Артабан үҫешә барып, ҙур ға­лим­ға әүерелә.

Бер мәл ҡәҙерле әсәһе баҡыйлыҡҡа күсә. Улы йорттағы элекке әйберҙәрҙе ҡарап, бала сағын иҫкә тө­шөрөп ултырғанда һарғайған ҡағыҙ бите килеп сыға. Ә унда шундай һүҙҙәр яҙылған була: "Һеҙҙең улығыҙ аҡыл яғынан үҫешмәгән. Уны башҡа балалар менән бергә уҡыта алмайбыҙ. Мәктәпкә башҡаса килмәһен..."

...Әсә кешенең ни ҡәҙәр оло йөрәкле булыуы, бөйөклөгө ха­ҡын­дағы иҫәпһеҙ-һанһыҙ хикәйәттәрҙең береһе генә был. Ғәзиздәребеҙҙең ҡәҙерен беләйек! "Йәннәт әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында" тигән һүҙҙәрҙе бер ҡасан да иҫтән сығармайыҡ.

Фото: ya-roditel.ru

https://bashgazet.ru

Балам тип тибә йөрәге...
Балам тип тибә йөрәге...
Автор:
Читайте нас: