Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ноябрь 2023, 12:22

Әсәйҙәргә - ҙур бүләк!

Байрам алдынан Башҡортостандағы 11 ғаиләгә «Ата-әсә даны» ордены миҙалы һәм «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы тапшырылды

Әсәйҙәргә - ҙур бүләк!
Әсәйҙәргә - ҙур бүләк!

Федераль наградаларҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.

Бүләкләнеүселәр араһында Фидонья Зөфәр ҡыҙы һәм Наил Аҫыл улы Мирғәлиевтар бар.

Фидонья Зөфәр ҡыҙы - хужабикә, балалар тәрбиәләү менән шөғөлләнә, Наил Аҫыл улы - «Катобьнефть» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә күтәргес машинисы. Улдары Азат кадет мәктәп-интернатын тамамлаған, әле контракт буйынса хәрби хеҙмәттә. Денис Бәләбәй медицина колледжынан һуң Республика кардиология үҙәгендә медбрат булып эшләй, Башҡорт дәүләт университетының 3-сө курсында уҡый. Ҡыҙҙары Софья Бәләбәй медицина колледжы студенты, Мәҙинә иһә ҡаланың 17-се урта мәктәбендә белем ала. Балалар яуаплы, ярҙамсыл.

Тәтешле районынан Сафиндар ғаиләһе дүрт балаға ғүмер биргән. Гөлназ Таһир ҡыҙы - хужабикә, балалар тәрбиәләй, Венер Рәмил улы - махсус хәрби операция ветераны. Генерал-майор М. Шайморатов исемендәге Башҡорт батальоны составында булған, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ирекмәне. Ҡыҙҙары Алһыу, Гүзәл һәм улдары Ғаяз мәктәптә уҡый, Хәбиб балалар баҡсаһына йөрөй.

Октябрьскийҙан Валентина Михайловна һәм Владимир Александрович Елькиндар биш бала тәрбиәләп үҫтергән.

Валентина Михайловна һәм Владимир Александрович хаҡлы ялда, улар 47 йыл бергә ғүмер кисерә. Бөтә балалары ла һөнәре буйынса уңышлы эшләп йөрөй.

Өфө районынан Фәриҙә һәм Илдус Сәлиховтар ғаиләһе биш бала тәрбиәләгән, 2006 йылдан бөгөнгәсә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һигеҙ етем балаға атай-әсәй наҙы өләшә. Сәлиховтар - опекундар, тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләрҙең республика, муниципаль конкурстары еңеүселәре һәм призерҙары.

Дәүләкән районынан Эльвира һәм Рөстәм Исламовтар 9 бала тәрбиәләй, шул иҫәптән берәүһе опекаға алынған. Рөстәм Ринат улы - «Самбо-75» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә самбо буйынса тренер-уҡытыусы, шулай уҡ «Иман» мосолмандар дини ойошмаһының имам-мөхтәсибе. Эльвира Рәмил ҡыҙы ла «Иман» ойошмаһында эшләй, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән.

Өфөнән Дилара һәм Вадим Асаиновтар - 4 балаға атай-әсәй. Дилара федераль һалым хеҙмәте белгесе булып эшләй, уның тормош иптәше - хәрби пенсионер, хәрби хәрәкәттәр ветераны, Рәсәй Оборона министрлығының наградалары менән бүләкләнгән. Ғаилә сәләмәт һәм әүҙем тормош алып бара. Балалары Азалия менән Илназар –  мәктәп уҡыусылары, Милана, Вилдан баҡсаға йөрөй.

https://www.bashinform.ru/

Әсәйҙәргә - ҙур бүләк!
Әсәйҙәргә - ҙур бүләк!
Автор:
Читайте нас: